Сәлмән Миһран улы Миһранов 1914 йылда Кинйәбикә менән Миһран Миһрановтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Миһран олатай дүрт ҡатын ала һәм уларҙың ун дүрт балаһы була. Ошо ҙур ғаиләне аҫрау бурысы иңенә ята. Миһран олатай бер өйөр йылҡы, ун башлап һыйыр малы тотҡан, ә уларҙы ҡарау улдары ҡарамағында була.
Сәлмән ағай ҙа башҡа туғандары менән йылҡы малын тәрбиәләгән. Күптәренең уҡырға ваҡыттары ла булмаған, сөнки ауылыбыҙҙа беренсе мәктәп 1930 йылда ғына асыла. Сәлмән ағай шулай ҙа күрше ауылдарҙың береһендә башланғыс белем ала. Кесе йәштән ағай-энеһе менән төрлө эштә йөрөй. Инйәр леспромхозы ойошторолғас, шунда бара. Әммә һәр саҡ хәүефләнеп йөрөй, сөнки 1937 йылда Әҡсән, Саҙретдин, Мөхитдин, Абдрахман, Миҡран, Ғимран туғандарын ҡулға алалар. Уларға эш урынынан өйҙәренә ҡайтып, ғаиләләре менән хушлашырға ла рөхсәт ителмәй. Күптәре тыуған яҡтарына, ғаиләһенә әйләнеп ҡайта алмай.
Сәлмән Миһран улы хаҡлы ялға сыҡҡансы урманда утын ҡырҡа. Утын 1,25 метр оҙонлоҡта булырға тейеш. Ҡоралы — балта менән арҡыры бысҡы ғына. Ул заманда ҡыштарын бигерәк ауыр була, сөнки ҡар бик мул яуа — уның ҡалынлығы метрҙан ашып китә, ә ағасты ерҙән 10-15 сантиметр ҡалдырып ҡына бысырға кәрәк. Һәр ағасты йығыу өсөн метрға яҡын тәрәнлектә ҡар көрәргә тура килә. Берәү тик ҡар көрәү менән мәшғүл булырға тейеш. Нисек кенә булмаһын, Сәлмән Миһран улы көндәлек норманы һәр саҡ арттырып үтәй һәм бер ваҡытта ла алдынғылыҡты бирмәй. Йыл һайын тип әйтерлек Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ була.
Тормош иптәше менән ун бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Сәмсинур еңгә вафат булғас, ул Ғәбиҙә еңгәгә өйләнде. Балаларҙы бергәләп уҡытып, оло юлға аяҡ баҫтырҙылар. Улар бөтәһе лә үҙ һөнәрҙәрен тапты, ата-әсәләренә оҡшап хеҙмәтте яратты, тырышып эшләне. Һәр саҡ алдынғылар рәтендә килде. Шулай булырға тейеш тә ине, сөнки улар атай һәм әсәйҙән өлгө алып үҫте.
Тормош булғас, төрлө саҡ була, ләкин бөтә ауырлыҡты ла, яҡшылыҡты ла Сәлмән ағай менән Ғәбиҙә еңгә бергә күтәрҙе. Сәлмән ағай урманда ағас “төптәрен” һанаһа, еңгә өйҙә булды: мал, ҡош-ҡортто, балаларҙы тәрбиәләп, өй тирәһен йыйыштырып, тәртипкә килтереп үткәрҙе. Береһенең әйткән һүҙен икенсеһе ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап эш итте. Бер ваҡытта ла зарланып йөрөмәнеләр, һәр эште лә үҙҙәре башҡарырға тырыштылар, шуның өсөн дә етеш тормошта йәшәнеләр.
Сәлмән Миһран улы, ауылдаштары йоҡлағанда, аты менән урманды ураны: утын, бүрәнә йәки бесән ташыны. Арып эштән ҡайтҡас, иртән генә йоҡларға ятыр ине. Үҙ көсө менән бөтә ир балаларына өй төҙөп бирҙе, ә ултыртҡан ағастары бихисап. Үҙе ҡырҡҡан ағас урынында бер ботаҡ та ҡалдыртманы, шунда уҡ үҫенте лә ултырттылар. Балалар ҙа бит “унау” ғына. Шулай итеп, мосолмандарға тейеш һәр нәмәне намыҫ менән үтәне. Тормош ауыр тип һис ҡурҡып торманылар. Сәлмән ағайҙың оло ҡыҙы — “Герой-әсә” — 1938 йылғы, ә иң кесеһе 1961 йылда донъяға килде. Ә йылдары ниндәй ине бит әле?!
Нурулла МИҺРАНОВ,
хеҙмәт ветераны.
Белорет районы.