Һаман да ҡәҙерле, үтә яҡын27.11.2012
Бер мәл 40 йыл элек миндә уҡып сыҡҡан балаларымдың береһе Зәкиә Әйүпова шылтыратып, осрашыу теләген белдерҙе.

Оҙаҡ та тормай, ишегем янына ялтырап торған машина килеп туҡтаны. Унан 20-гә яҡын кеше төштө. Заманында V класҡа ҡабул итеп алған уҡыусыларымдың бер өлөшө! Һис кенә лә үҙгәрмәгән, матур, имен-һау үҙҙәре! Һәр береһе таныш, үтә яҡын. Юғары уҡыу йортон тамамлауҙарына дүрт тиҫтә йыл тулыу айҡанлы осрашыуға йыйылғандар. Араларында кластағы ир-егеттәрҙең булмауы ғына йөрәгемде әрнетте. Барыһы ла мәрхүм булды шул. Ниндәй уңған, булдыҡлы, һәр эште еренә еткереп башҡарған уҡыусыларым ине улар...
Өлкән кешенең күңеле баланыҡылай йомшаҡ бит ул: кителергә лә, шатланырға ла күп кәрәкмәй. Уҡыусыларымдың, мине иҫтәренә төшөрөп, өйөмә килеүҙәренә шул ҡәҙәр ҡыуандым. Һәр ҡайһыһына — Зәкиә, Зөлхизә, Рәмилә, Ләлә, Әлфиә, Мәрғизә һәм башҡаларға ҙур рәхмәттәр яуһын! Гелән шулай изгелекле, яҡты күңелле, матур булып ҡалығыҙ. Ғүмере бигерәк иртә өҙөлгән хисле, тыңлаусан Рафаэлемә, ифрат баҫалҡы, сибәр Рәшитемә, уңған, аҙ һүҙле Маратыма баҡыйлыҡтың рәхәтен күрергә яҙһын ине. Ә башҡа уҡыусыларымдың имен-һау, донъяның ҡәҙерен белеп, татыу йәшәүен теләйем. Яҡшылыҡ онотолмай ул.
Гөлкәй ҠУЖИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы.



Вернуться назад