(Лира Яҡшыбаева. “Һыу ҡәҙере”, 2012 йыл, 18 – 20 сентябрь)
Мәҡәләне уҡып сыҡҡандан һуң, ҡулыма ҡәләм алырға булдым. Авторҙың яҙғандары һәр кемде уйланырға мәжбүр иткәндер, моғайын.
Башҡорт әлмисаҡтан алып ер-һыуын һаҡлап йәшәгән. Тәбиғи көстәрҙең һәр ҡайһыһының Тәңреһе, йәғни Аллаһы булғанына ышанған, уларҙы һаҡһыҙ рәнйетеп ҡуйыуҙан ҡурҡҡан. Тәңреләргә бағышлап ҡорбан салғандар, уларҙан ризалыҡ алырға тырышҡандар, сөнки башҡорттарҙың йәшәйеше тулыһынса тиерлек шул изге көстәрҙең уларға ҡарата булған миһырбанлығына бәйле булған. Күк тәңреһе, Һыу тәңреһе, Урман тәңреһе, Ай, Ҡояш тәңреләре...
Хәтеремдә, бер мәл районыбыҙҙағы Мөхтәр Сәғитов музейының тәүге директоры, фольклор һәм йолалар белгесе Клара апай Байназарова (хәҙер инде мәрхүмә) Яҙ менән Һыу тәңреһен ризалатырға сығайыҡ тип миңә килгән, тик ул ваҡытта өйҙә булмағанмын. Шулай ҙа, ниәт иткәс, әле башланғыс класта ғына уҡып йөрөгән ҡыҙым Гөлназды алып, икәүләп Ағиҙел буйына төшкәндәр. Һуңынан ҡыҙым һөйләне: “Беҙҙең тапҡырҙағы мәкегә барып, Клара инәй менән Һыу тәңреһенә хәйер бирҙек. Һыу кешеләрҙән риза булып ятһын, тип мәкегә һүренте ептәр һалдыҡ. Яҙ ярҙарыңдан сығып ҡуйма, бәлә-ҡаза килтермә, тип һораныҡ. Шунан таҙа һыуы өсөн рәхмәт әйтеп, ҡайтып киттек...”
Туҡһанынсы йылдарҙа райондың күп ауылдарын һыу баҫҡайны, шуға кешеләр һәр яҙҙы ҙур хәүеф менән көтөп ала ине. Баламдың һүҙҙәре аша үҙем өсөн ҙур асыш яһаным шул саҡ — бәләкәй генә ҡыҙсығым инәһе менән бергә ниндәй ҙур әһәмиәтле эш башҡарып, ауылын һыу баҫыуҙан ҡурсалап йөрөгән! Халыҡсан күңелле, һәр нәмәгә иғтибарлы, беҙ күҙ-ҡолағыбыҙға элмәҫтәй нәмәлә лә тәрән мәғәнә тапҡан оло йөрәкле Клара апай, кешеләрҙе уйлап, уларҙы ҡурсалап, өндәшмәй генә ошондай ҙур эш атҡара алғандыр ул.
Ямғыр яумаған йылда халыҡ күпләп сығып, Һыу тәңреһенән ямғыр һорап, һыу һибешкән, йылға буйҙарына төшөп, ҡорбан салған. Малдың ҡаны мотлаҡ һыуға ағып төшөргә тейеш булған. Беҙ быны үтәйбеҙме? Һыу тәңреһен ризалатыр өсөн тип, йылға буйында ҡорбан салабыҙмы? Юҡ, әлбиттә. Һуяһыңмы-юҡмы, Һыу тәңреһе йыл да үҙенә тәғәйенен алып тора, тик кеше ҡорбаны менән... Был донъяла һәр нәмәнең хаҡы бар. Һыуын эсәһең икән, урынына рәхмәт әйтеп, ризалатып ҡуй. Башҡа тәңреләрҙе лә шулай.
Беҙҙең Бөрйән районы буйлап Ағиҙелдән ағып төшкәндәр иғтибар иткәне барҙыр: йылғаның йә бер, йә икенсе яғынан шишмәләр ағып сыға. Ағиҙелде һыулап, яңыртып, таҙартып тора улар. Шул шишмәләр ярҙамында Иҙел һыуын арттыра, көс йыя. Ә уларҙың ғүмере урмандарыбыҙҙың яҙмышына бәйле. Ағастар — шишмә-инештәребеҙ өсөн ышыҡ та, һаҡ та, яр нығытыусы ла. Аяуһыҙ ҡырҡылған урман шишмәләрҙең ҡороуына, тимәк, ҙур йылғаларҙың һайығайыуына алып килә. Тәбиғәт иҫ китмәле гармонияға ҡоролған. Уның бер сылбыры боҙолһа йәки юҡҡа сыҡһа, афәт көт. Ағастарҙың кәмеүе арҡаһында һыу әйләнешенең боҙолоуы ямғырҙарҙың кәмеүе бар. Парға әйләнер һыу булмағас, ямғыр болото ҡайҙан барлыҡҡа килһен? Урман — ел-дауылдарҙан ҡалҡан да. Һуңғы йылдарҙа күк күкрәп, инде ямғыр яуыр, тип көтһәк, болоттар әллә ҡайҙа оса ла китә, сөнки, урман һирәгәйгәс, беҙҙең яҡтарға дала елдәре үтеп инә.
Бушҡа әрәм-шәрәм итеү ҙә һыуҙың кәмеүенә килтерә. Элек халыҡ уны ҡәҙерен белеп кенә тотонған. Дин дә шулай өйрәтә. Һәр эштә исрафилыҡ хәрәм булған кеүек, артыҡ һыу тотоноу ҙа — хәрәм. Һыу ҡулланғанда өләсәйем, атайымдың әсәһе, ифрат һаҡ була торғайны. Йыуынғанда ла артыҡ һыу ҡойҙортманы. Ә инде уның менән урманға барһаң, йәш сағында үҙе йөрөгән урындарҙан үткәреп, ер-һыу күрһәтеп алып ҡайта торғайны. Һәр тауҙың, ҡая-таштың, шишмә-йылғаның исемен белде, уның тарихын һөйләр, ә инде шишмә күрһә, уны буйынан-буйына йөрөп, таҙартып сығыр ине.
— Шишмә күрһәң, туҡтамайса үтеп китмә, — ти торғайны Хәбирә өләсәй. — Эргә-тирәһен таҙартырға кәрәкмәйме, таш-фәлән, ботаҡ төшөп, юлы быуылып, аға алмай ятмаймы — ҡара, таҙартып ал. Шунан һыуынан ауыҙ ит, битеңде өс тапҡыр һыпырып ал: йәнеңә лә, тәнеңә лә сихәт табырһың. Шунан шишмәгә рәхмәт әйт, ҡыуанып ҡалһын.
Ябай ғына ауыл әбейенең һүҙҙәрендә күпме фәһем, тыуған төйәгенә ихтирам, һаҡсыл ҡараш булған. Үҙе белгәнде балаларына ла, ейән-ейәнсәрҙәренә лә еткерә белгән бит. Тыҡып та, әрләп тә түгел, ә үҙенсә, ипләп кенә — “миңә ҡарап өйрән һәм шулай эшлә”.
Шишмәләрҙең йәне бар, ти Лира Яҡшыбаева. Был ысынлап та шулайҙыр. Ләмгә, таш-сыбыҡҡа быуылып ятҡан шишмәләрҙе күргәнегеҙ бар. Күпме аһ-зар, һыҙланыу-ауыртыныу тойола уларҙа!.. Инде рәхәтләнеп ағып китеренә өмөтөн өҙөп, күңеле болоҡһоған шишмәнең тауыш-тыны ла сыҡмай хатта. Ундайҙарҙың эргәһенән һис тә туҡтамайса үтеп булмай. Шишмәне сүп-сарҙан таҙартып, юлын асаһың да, эшең бөткәс, ситкәрәк китеп, ағым тауышына ҡолаҡ һалаһың. Бына бит, таҙарынып, көс йыйып алған шишмә, ниһайәт, сылтырап китә. Тауышы һуң, тауышы... Унда шатлыҡ-ҡыуаныс та, рәхмәт тә, көс-ғәйрәт тә, өмөт тә бар ... Юлдарығыҙҙа осраған шишмә-йылғасыҡтарға иғтибарлы булһағыҙ ине.
Ҡыҙымдың класс етәксеһе, башланғыс кластар уҡытыусыһы Зәкиә апай Суфиянованың был юҫыҡта алып барған эштәре ҙур ихтирамға лайыҡ. Мәктәп биргән белем менән генә сикләнмәй, ул һәр балала тәбиғәткә, тыуған яҡҡа һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй белде. Йәй һайын бәләкәс кенә уҡыусы балаларҙы эйәртеп, ҡайҙа ғына йөрөтмәҫ ине. Ҡыҙыҡ күреп, беҙ ҙә, ата-әсәләр, уларға эйәреп сығып китә торғайныҡ. Һәр бала китеп бара, юлында осраған ҡыйҙы йыйып алып, бер урынға өйөп бара. Был — Зәкиә апайҙың яҙылмаған ҡануны. Юлда осраған һәр шишмә мотлаҡ таҙартыла. Быға китап уҡып өйрәтәһе лә юҡ, һәр эш, һүҙ — үҙе бер дәрес. Бала күңеле — аҡ ҡағыҙ, унда ололарҙың һәр ҡылығы яҙыла. Һуңынан кеше шуға ҡарап эшләй, фекер йөрөтә.
Лира апай беҙҙе һыуҙы ҡәҙерләп, уны таҙартып, хөрмәт итергә саҡыра, сөнки һыу — кеше өсөн һауанан ҡала иң кәрәкле нәмә. Уны ҡәҙерләү башҡорт йолаларында ла сағылыш тапҡан. Сит яҡтан килен төшөргәс, уға иң беренсе нимә күрһәтәләр? Һыу юлын, әлбиттә. Был йола — ауыл кешеләренең үҙҙәре эскән шишмә-йылғаларҙы ни тиклем ҡәҙерләп тотоуына бер дәлил. Әйтерһең дә, улар үҙҙәренең быуындан быуынға тапшырылып килгән хазина һандығын асып күрһәтә. Килен дә улар кеүек һыу алған урынын ҡарап-таҙалап, һаҡлап торорға тейеш.
Быйыл үҙемә бер асыш яһаным. Ауылыбыҙҙың эргәһенән, ҡая аҫтынан Иҙелгә бәләкәй генә унлап шишмә ағып сығып ҡоя икән. Күпме йәшәп, шуны белмәгәнмен. Халыҡ уны Үтаҡҡан тип йөрөтә. Тауҙың һулаҡай яғынан Алағуян йылғаһы ағып ятҡанлыҡтан, уны шул ҡая аҫтынан үтә ағып сыға тип уйлағандарҙыр. Шишмәләрҙең матурлығы, сафлығы!.. Шуныһы һәйбәт: эргәһенә машинала барып булмай. Шунлыҡтан да урыны тыныс. Шишмәләрҙе үҙемдең ҡурсаулыҡҡа алдым быйыл. Барып ҡарап, кәрәк икән, таҙартып торам. Лира апайҙың китаптарында сыҡҡан “Ер һәм күк хазинаһы асҡыстары” доғаһын уҡыйым. Рәхмәт әйтәм, әлдә генә, тим, һеҙ бар, эреле-ваҡлы шишмәләр, Ағиҙелемә көс биреүселәр... Ишетһәгеҙ икән шул саҡтарҙа был шишмәләрҙең тауыштарын. Сылтыр-сылтыр, сылтыр-сылтыр... Күҙ алдында тауыштар көрәйә, ағымдың тиҙлеге арта. Рәхмәт әйтә улар миңә. Ҡайтҡан саҡта һыуын алам, сәй итеп ҡайнатмайым, тәмләп кенә эсәм.
Был тормошта һәр нәмә үҙ яйы менән барған һәм һәр ваҡытта ла шулай булыр кеүек. Гелән таң атыр ҙа кис булыр, йәй — ямғыры, ҡыш ҡары менән ҡыуандырыр, һыуҙарыбыҙ ҙа шулай мәңге ағып торор кеүек... Шуғалыр ҙа, бәлки, күп нәмәнең ҡәҙере юҡ. Аллаһы Тәғәләнең беҙгә биргән был ниғмәттәре — һынау. Уларҙы хөрмәтләгәндә, исраф итмәгәндә генә ниғмәттәр бөтмәҫ тә, кәмемәҫ тә. Лира Яҡшыбаева мәҡәләһендә шул турала яҙа. Уның яҙмалары һәр кемде уйландырһын, битараф ҡалдырмаһын ине.
Фәриҙә АЙЫТБАЕВА.
Бөрйән районы.