Тәжрибә яғы аҡһай09.12.2011
Йыл һайын 10 декабрҙә донъя буйынса Кеше хоҡуҡтарын яҡлау көнө билдәләнә. 1948 йылдың тап ошо көнөндә БМО-ның Генераль ассамблеяһы тарафынан Кеше хоҡуҡтары тураһында декларация ҡабул ителә. Байрамға арнап, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәрелде.
“Кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлығын тәьмин итеү өлкәһендә дәүләттең һәм йәмғиәттең көнүҙәк проблемалары” тип аталған сараны БМО-ның Мәскәү ҡалаһындағы мәғлүмәт үҙәге, Рәсәйҙең БМО-ға ярҙам итеү ассоциацияһы һәм Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе ойошторған.
Фәнни-ғәмәли конференция эшендә БМО-ның Мәскәүҙәге мәғлүмәт үҙәге директоры Александр Горелик, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостанда Кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, Рәсәйҙең төп юғары уҡыу йорттары ғалимдары ҡатнашты. Конференцияла билдәләнелеүенсә, кеше хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләренә Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда яңыраҡ ҡына ҙур иғтибар бирелә башланы, был өлкәлә башҡараһы эштәр күп әле.
Александр Гореликтың сығышы бик ҡыҙыҡлы булды. Ул дөйөм кешелек тарихынан миҫалдар килтерҙе, фәҡәт беҙҙең илгә ҡағылышлы проблемаларҙы күтәрҙе. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова конференцияла һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау темаһына телмәр тотто. Ул проблемаларҙы һанап ҡына сыҡманы, уларҙы хәл итеү юлдарын да тәҡдим итте. Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, күп илдәрҙә кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса һөҙөмтәле саралар күп, беҙгә коллегаларҙан ҡануниәтте камиллаштырыуҙа һәм ҡабул ителгән нормаларҙы тормошҡа ашырыуҙа тәжрибә уртаҡлашыу файҙалы буласаҡ.
Көндөң икенсе яртыһында көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу, ғилми бәхәстәр ҡоролдо.
Әлфиә ӘЙҮПОВА


Вернуться назад