Ауыл тормошо уға ят түгел24.11.2012
Ауыл тормошо уға ят түгел“Яҡты хыял менән йәшәргә, үҙеңә ышанырға кәрәк!” Тормошҡа ошондай ыңғай ҡарашта Өфө һылыуы Элина Кирәева. Күптән түгел ул, “Рәсәй гүзәле-2012” бәйгеһендә еңеү яулап, көҙҙөң һуңғы моңһоу көндәрен “йылмайтып” ебәрҙе, матурлыҡтың көсөнә тағы бер инандырҙы.

25 йәшлек Элина Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, инглиз теленән тәржемә итеү буйынса белемгә лә эйә. Һәр яҡлап үҫешкә ынтылған ҡыҙ шулай уҡ сәйәсәт менән ҡыҙыҡһына, фитнесты үҙ итә.
Элинаның һеңлеһе Альбинаны ла халыҡ “гүзәллек өлгөһө” тип белә: ул 2007 йылда “Мисс-Өфө” исемен алды, 2008 йылда иһә Рәсәйҙең беренсе йәш һылыуҡайы булып танылды.
Элина тәбиғәттән бирелгән матурлыҡҡа эйә. Ул ҡатын-ҡыҙға дөрөҫ туҡланырға, спорт менән шөғөлләнергә, өй эштәренән ҡурҡмаҫҡа, көнсөл булмаҫҡа кәңәш итә. Һылыуҡай үҙе, ҡалала тыуып үҫһә лә, ауылды үҙ итә икән. “Шишмә районында йәшәгән өләсәйемә барырға ярата торғайным, — ти ҡыҙ. — Унда һыйыр ҙа һауҙым, картуф та ҡаҙҙым, миндек тә бәйләнем. Ауыл тормошо күңелемә яҡын”.
Төбәгебеҙгә еңеү бүләк иткән Элинаны хәҙер “Ер гүзәле” конкурсы көтә. Уға уңыштар теләйбеҙ!
Д. ТӘЛҒӘТОВА.


Вернуться назад