Көньяҡ Уралға ике аяҡлы бүреләр ҡайҙан килә?Ауылда йәшәүселәр күпләп мал тотоп, ниһайәт, табыш ала башланы: кемдер ит һата, икенсеһе — май-ҡоротон. Ысынлап та, ауыл кешеһенә был — йәшәү сығанағы. Әммә көҙ етеү менән мал урлаусылар күбәйә. Ҡарҙың һуң яуыуы ла сәбәпсе быға. Ҡоролоҡ арҡаһында самалы ғына әҙерләнгән бесәнен йәлләп, үлән барҙа хужалар малын ҡырға сығарырға тырыша бит. Ә мал урлаусыларға шул ғына кәрәк тә.
Бындай хәл Әбйәлил районында йыш күҙәтелә. Мәҫәлән, Ишҡолдағы ауыл хужалығы кооперативынан йөҙ баш йылҡының юғалыуы асыҡлана. Тиҙ арала полицияға хәбәр иткәнгә генә бурҙарҙың эҙенә төшәләр һәм Ырымбур өлкәһенән малды ҡыуып алып ҡайталар.
Күңелһеҙ осраҡтар бигерәк тә сит төбәккә йәки районға яҡын урынлашҡан ауылдарҙа йыш күҙәтелә. Бурҙар халыҡ йоҡлағас, таңға ҡарай әүҙемләшеүсән. Шуны ла оноторға ярамай: күпләп мал юғалған ауылда кемдекенә ҡул һуҙырға икәнлеген алдан планлаштырыусылар, йәғни уғрыларҙың шунда йәшәүсе әшнәләре булыуы ихтимал, сөнки ситтән килгәндәр ҡайһы һарайҙа нисә баш һыйыр йәки йылҡы барлығын белмәй.
Ауыл халҡын Урта Азия сауҙагәрҙәренең сәфәре йышайыуы ла шикләндерә. Йәй буйы улар осһоҙға ит йыя, ышаныс яулай. Күптәр, “өйҙән килеп алыусы булғас”, йә “аҡса кәрәк” тип, малын арзан хаҡҡа һатып ебәрә. Шулай уҡ Баймаҡ районы ауылдарында күрше Татарстандан килеп быҙау, һарыҡ һатып алыу йәй буйына күҙәтелде. Кешеләр бер-береһенә алдан әйтеп, уларҙың килеүен көтөп йөрөй.
Кешегә йәшәргә кәрәк, баланы уҡытырға, кейендерергә лә әллә күпме аҡса сарыф ителә. Тик һатып алыусыларҙан алданмаһындар ғына. Күптән түгел шундай мутлашыусы Баймаҡ районының бер ауылында тотолдо. Ғәҙәттәгесә, ситтән мал йыйыусылар килә. Ауыл халҡы, береһен-береһе уҙып, тауарын тапшыра. Мал йыйыусылар иҫәпләшкән аҡса өр-яңы, ҡулда ҡыштырлап ҡына тора, хатта буяу еҫе лә аңҡый, ти. Биш меңлектәр менән хәтәр эре ҡыланып сауҙалаша икән былар. Ҡулына мул ғына аҡса ингән берәү, балаларына тәм-том алайым тип, ауылдағы магазинға бара. Һатыусының зирәклеге арҡаһында ғына аҡсаның ялған булыуы асыҡлана. Тиҙ арала ауыл хакимиәтенә, полицияға хәбәр ителә. Ҡыуанысҡа күрә, кеше алдаусылар ауылдан сығып өлгөрмәй ҡала, малдары ла, үҙҙәре лә ҡулға алына. Әле тикшереү бара.
Ит менән һатыу итеүселәр өйрәнеп бөткән: иң төпкөл ауылдарҙы һайлайҙар, сөнки бында уларҙың документтарын, лицензияларын һораусы юҡ. Ситтән килеүселәргә ышанабыҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтәбеҙ, бигерәк тә бер ҡатлы булыуыбыҙҙы һиҙҙерәбеҙ. Ахыр сиктә, терһәкте тешләрҙәй булғанда ғына, аңыбыҙға киләбеҙ. Мал урлауға ла, бүтән енәйәттәр кеүек үк, күмәкләп ҡаршы торғанда, уяу булғанда ғына сик ҡуйырға мөмкин.
Кәримә УСМАНОВА