“Сода” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә үткән матбуғат конференцияһында компанияның директорҙар советы ағзалары ил, республика һәм ҡала кимәлендәге киң мәғлүмәт саралары журналистарының һорауҙарына яуап бирҙе. Стәрлетамаҡ предприятиеһын сеймал менән тәьмин итеү мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә булды.
Белгестәр билдәләүенсә, Шәкетауҙағы запас 2019 йылдың мартына тиклем етәсәк. Әле тағы өс сеймал сығанағын — Йөрәктау, Торатау һәм Ҡаран ятҡылыҡтарын — үҙләштереү күҙ уңында тотола. Әлегә тиклем геология-разведкалау эштәре үткәрелмәгән, сеймалдың аныҡ тупламы, уның сифаты билдәләнмәгән, шуға күрә ҡайһы сығанаҡтың иң ҡулай икәнлеге хаҡында һүҙ алып барырға иртәрәк. Бөгөн Ҡаран ятҡылығына ғына тикшереү эштәре өсөн лицензия бирелгән. Яҡынса иҫәп-хисап буйынса, “Сода” йәмғиәте уны 2022 йылда ғына үҙләштерә ала. Шуға күрә Шәкетауҙы эшкәртеп бөткәндән һуң заводта эштең бер нисә йылға туҡталыуы бар.
— Хәлгә дөрөҫ баһа бирергә, ошо хәүефте кәметеү сараһын күрергә кәрәк, — тине йәмғиәттең директорҙар советы рәйесе Григорий Рапота. — Өҫтәүенә, Ҡаран ятҡылығында эзбизташтың сифатлымы, етерлек күләмдәме икәнлеген аныҡ ҡына әйтә алмайбыҙ.
Йөрәктау менән Торатауҙа ла тикшереү эшен башларға кәрәклеге билдәләнде. Белгестәр уларҙа етерлек күләмдә сифатлы эзбиз таш булыуына өмөт итә. Әммә шуны ла иғтибарға алыу зарур: элегерәк үткәрелгән тикшереүҙәр барышында Ҡуштауҙа сифатлы эзбиздың булмауы асыҡланғайны. Әле Торатау менән Йөрәктауҙа геологик тикшеренеү үткәреп булмай, сөнки уларға тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелгән. Бының өсөн Башҡортостан етәкселегенең махсус рөхсәте кәрәк.
— Республика Хөкүмәте “Сода”ның сеймалға ихтыяжын һәр саҡ ҡәнәғәтләндерергә тырышты, — тине Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов. — Алға китеш бар. Федераль кимәлдә бер нисә кәңәшмә үтте. Ҡаран ятҡылығы, Йөрәктау менән Торатау мәсьәләне яйға һалыу мөмкинлеген бирәсәк. “Сода”ны ауыр хәлдә ҡалдырмау өсөн Ҡаран ятҡылығын йылдамыраҡ үҙләштерергә кәрәк. Әгәр был урын ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында талаптарға яуап бирмәһә, башҡа юлдарҙы ҡарарға тура киләсәк. Тауҙарҙан ҡомартҡы статусын алмайынса, быны эшләү бик ауыр буласаҡ.
— Ҡаланың был мәсьәләгә ҡарата фекере барыһына ла мәғлүм, — тине Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Алексей Изотов. — “Сода” йәшәргә тейеш. Шулай ҙа билдәле бер хәүеф бар. Был хәүефте кәметеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк.
Атап әйткәндә, 2019 йылға тиклем сеймал сығанағы булырлыҡ ятҡылыҡ билдәләнмәһә, етештереүҙе туҡтатмау өсөн хәҙерҙән күләмде кәметә башлауҙан һәм шул юл менән предприятиеның эшмәкәрлеген оҙаҡҡараҡ һуҙыуҙан башҡа сара ҡалмай.
— Хәл ярайһы уҡ етди. Уны республика етәкселеге, Федераль үҙәк, “Сода”ның хеҙмәт коллективы тырышлығы менән генә яйға һалырға мөмкин, — тине Григорий Рапота.
Владимир Балабанов билдәләүенсә, йәмәғәтселек фекерендә лә, федераль структураларҙа ла берҙәмлек юҡ. Әммә барыһын да бер үк мәсьәлә борсоуға һала: “Сода” сеймалһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш. Шихандарҙа геологик тикшереүҙе уларҙың статусын алмайынса үткәреү рөхсәт ителһә, мөмкинлек мотлаҡ файҙаланыласаҡ.
“Башинформ”.