Мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү буйынса Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев рәйеслегендә үткән видеоселектор кәңәшмәһендә Башҡортостан мәсьәләне әүҙем хәл иткән төбәктәр иҫәбендә билдәләнде.
— Бындай төбәктәр етәкселәренә әүҙем эш өсөн рәхмәт белдерергә теләйем. Ысынлап та, етди алға китеш күҙәтелә. Иваново өлкәһендә, Башҡортостанда йылдам үҫеш һиҙелә, Кемерово өлкәһендә ҙур эш алып барыла, — тине Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов.
Быйыл Башҡортостанда 1755 урынлыҡ 13 балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән. Йыл аҙағына тиклем республикала тағы ла 39 мәктәпкәсә учреждениены файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Бындай объекттар ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла төҙөлә. Ошо йүнәлештәге эшкә республика ҡаҙнаһынан йыйып 3,2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Дөйөм алғанда, киләһе йылға тиклем иҫәпләнгән “Балалар баҡсаһы” республика программаһында Башҡортостан бюджетынан яңы биналар төҙөлөшөнә 9,5 миллиард һум аҡса йүнәлтеү хаҡында һүҙ бара.
Ошондай саралар һөҙөмтәһендә мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларында балалар һаны 152,2 меңдән 180,2 меңгә тиклем артҡан. Урындар етмәү мәсьәләһен хәл итеү йәһәтенән мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Яңы объекттар төҙөү менән бер рәттән, шәхси баҡсалар, ғаиләлә тәрбиә биреү төркөмдәрен асыу буйынса эш дауам итә, пособиелар, компенсациялар түләнә. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, компенсация түләүгә республика ҡаҙнаһынан былтыр — 329,1, ә быйыл 449,1 миллион һум аҡса бүленгән.
Ғ. ХӘБИРОВ.