Ярҙам итәйек!09.12.2011
Бәлә ағас башынан йөрөмәй. Ғафури районының Красноусол ауылында ун бала бағып, уларҙың уңыштарына һөйөнөп кенә йәшәп ятҡан Табулдиндар ғаиләһе уйламағанда ҙур ҡазаға тарыны — йорттарын ут ялмап алды. Янғын һүндереүселәрҙең уяулығы арҡаһында “ҡыҙыл әтәс”кә кәртә ҡуйылһа ла, өйҙәге барлыҡ йыһаз, кәрәк-яраҡ юҡҡа сыҡты. Шулай итеп, һалҡын ҡышҡа аяҡ баҫҡанда, ишле ғаилә бер нәмәһеҙ, кейем-һалымһыҙ тороп ҡалды.
Беҙҙең халыҡ әүәл-әүәлдән бәлә-ҡаза килгәндә бер-береһенә терәк булған, хәленә ингән. Гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында ла Табулдиндар ғаиләһенә ярҙам ҡулы һуҙырҙай кешеләр, эшҡыуарҙар, ойошмалар табылыр, моғайын. Теләүселәр түбәндәге адрес буйынса ярҙам итә ала:
Красноусол ауылы, Фрунзе урамы, 30-сы йорт, Һаҡлыҡ банкындағы иҫәп:
№ 40817810006609754898/54, Табулдина Ләйсән Ислам ҡыҙы.


Вернуться назад