Леп-леп-леп! Талғын ғына сағыу япраҡтар ергә ҡойола. Тәбиғәттең илаһи бер мәле — "әбейҙәр сыуағы". Ни өсөн был мәл шулай тип атала һуң? Уйланғанығыҙ бармы?
...Әбейҙәр, өләсәйҙәр, инәйҙәр. Ниндәй йомарт, изге күңелле кешеләр һеҙ. Минең дә шундай матур өләсәйҙәрем бар. Атайым менән әсәйемә ғүмер бүләк иткән, ейән-ейәнсәрҙәрен һағынып, өҙөлөп көтөп торған изге күңелле һөйөклөләрем Башҡортостандың иң матур ерендә — саф һыулы Һәләүек йылғаһы буйында урынлашҡан Ишембай районының Әхмәр ауылында йәшәй.
Атайымдың әсәһе Резеда Ибраһим ҡыҙы Мөхәмәтҡолова 1930 йылда Ҡырмыҫҡалы районында донъяға килә. 1941 йылда атаһы һуғышҡа китә һәм Курск дуғаһында һәләк була, әсәһе дүрт бала менән тороп ҡала. Өләсәйемә туғандарын ҡарарға ла, әсәһенә ярҙам итергә лә тура килә. Ауырлыҡтарға бирешмәй ул, яҙмыш ҡуйған һынауҙарҙы еңеп сығырға көс таба һәм, Өфө педагогия институтын тамамлап, Ишембай районының Әхмәр урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай.
Йәш белгес балалар тәрбиәләүгә һәм уҡытыуға бөтөн көсөн һала. Уҡытыусының эше ифрат яуаплы, тынғыһыҙ: мәктәп менән балалар ваҡытыңды, булмышыңды тулыһынса үҙҙәренә арнауҙы талап итә. Бынан тыш, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәү, башҡаларҙы үҙ артыңдан эйәртерлек дәртле, әүҙем, киң даирәле булыу кәрәк. Резеда өләсәйем барыһына ла өлгөрә, был һөнәрҙе һайлап яңылышмауына инана. Һөйөклө кешемдең хеҙмәте юғары баһаланды: "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы" һәм "РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.
Олатайым Камил Хәлил улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Олатайым да бар ғүмерен балаларға белем биреү эшенә бағышланы. Өлкән ҡыҙҙары Лилиә инәйем — табип, Фәнил бабайым — баш агроном, атайым Фаил Камил улы — педагог. Өләсәйемдең ете ейән-ейәнсәре бар. Һәр беребеҙ өсөн өҙөлөп тора. Ул шул тиклем уңған, һөйкөмлө, иғтибарлы, беҙҙе ололарҙы ололарға, кеселергә кеселекле булырға өйрәтә. Бөгөн балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, шатланып йәшәй.
Әсәйемдең әсәһе Суфия Гәрәй ҡыҙы Ғәлиева 1947 йылда Әхмәрҙә тыуған. Салауат педагогия институтын тамамлағас, туған мәктәбендә 15 йыл башланғыс кластар
уҡытыусыһы булып эшләй. Ауылда 90 урынлыҡ ике ҡатлы балалар баҡсаһы төҙөлгәс, уны мөдир итеп тәғәйенләйҙәр. Өләсәйем хаҡлы ялға тиклем ошо яуаплы эштә эшләй. Шул дәүерҙә "Аҡсәскә" балалар баҡсаһы район һәм республика ярыштарында беренсе урындарҙы яулай. Сабыйҙар һау-сәләмәт, белемле, тәрбиәле булып үҫһен өсөн өләсәйем көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй. 1987 йылда ул "РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы" билдәһенә лайыҡ була, 2000 йылда Мәскәүҙә уҙғарылған уҡытыусылар съезында ҡатнаша. Өләсәйем күп йылдар ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе йөгөн дә тартты, балалар баҡсаһы, ата-әсәләр һәм мәктәп араһында тығыҙ бәйләнеш булдырҙы. Ауылдаштары өләсәйемде күп тапҡыр район һәм ауыл Советтары депутаты итеп һайланы. Тағы ла ҡәҙерлебеҙҙең 40 йыл ҡәйнә менән татыу йәшәүе лә оло ихтирамға лайыҡ.
Олатайым Афарим Ғималетдин улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Люциә инәйем — иҡтисадсы, Наил бабайым — подполковник, кинйә ҡыҙҙары Нәйлә, әсәйем, —фельдшер. Олатайым да яуаплы вазифаларҙа эшләне. Өләсәйем уға һәр саҡ ярҙамсы һәм кәңәшсе була белде. Улар — Әхмәрҙең иң абруйлы, күркәм ғаиләләренең береһе. Ауылдаштары үҙҙәрен хөрмәтләй, ихтирам итә һәм өлгө итеп ҡуя.
Суфия өләсәйемдең дә ете ейән-ейәнсәре бар. Ул иғтибарлы, ғәҙел, егәрле , хәстәрлекле һәм бик сабыр ҡатын-ҡыҙ. Өләсәйем беҙгә һәр саҡ аҡыллы кәңәштәрен бирә. Бешергән аштары, ҡабарып уңған икмәге, бәлештәре шундай тәмле, бәйләгән ойоҡбаш һәм бейәләйҙәре шул тиклем йылы!
Баланың балаһы балдан татлы була, тиҙәр. Һәммәбеҙ өсөн өҙөлөп торған өләсәйҙәребеҙ булғанға беҙ, ейән-ейәнсәрҙәре, бик бәхетле. Илнар ҡустым менән икәүләп уларҙы мәктәптә яҡшы уҡыуыбыҙ менән шатландырырға тырышабыҙ. Ике йәшлек ҡустыбыҙ Илшат уларҙы көн дә яңы һөнәрҙәре менән ҡыуандыра. Ошонан да оло бәхет булыуы мөмкинме?!
Ике өләсәйем дә ғүмерҙәрен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. Уҡытыусы — икенсе әсәй. Уҡыусылары ҡайҙа ғына эшләмәй: араларында уҡытыусы, табип һәм инженерҙар бихисап, профессорҙар ҙа бар. Ике өләсәйем дә беҙҙең өсөн үрнәк, улар үткән юл — матур тарих. Ҡәҙерлеләрем, һеҙҙең менән һоҡланам, ғорурланам, һеҙҙән үрнәк алам.
Балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ бөгөн
Әйтә һеҙгә ҙур рәхмәт!
Беҙгә терәк булып, өлгө булып,
Йәшәгеҙ, өләсәйҙәрем, шулай шат, рәхәт.
...Леп-леп-леп! Ағастарҙан япраҡ ҡойолоп бөттө, "әбейҙәр сыуағы" үтеп тә китте. Киләһе йылдарҙа ла ошо матур мәлде өләсәйҙәрем менән бергә күрергә яҙһын. "Әбейҙәр сыуағы"ндай алсаҡ, изге, йомарт күңелле өләсәйемдәргә бәхетле, тыныс ҡартлыҡта балаларының, ейән-ейәнсәрҙренең изгелеген күреп йәшәргә яҙһын.
Лиана ҒӘЛЕЕВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы 17-се мәктәбенең VIII класс уҡыусыһы.