Һәр саҡ балҡып йәшәһен!24.11.2012
Һөйә-һөйә иркәләп,
Уята шул әсәйем.
Булғас шундай әсәйем,
Бик тә рәхәт йәшәйем.
Ҡушҡандарын тыңлайым,
Ҡыуандырып үҙен дә.
Һөнәремде күрһә бер,
Шатлыҡ балҡый йөҙөндә.
Торһон гелән йылмайып,
Сыҡмаһын һис йәштәре,
Арымаһын, талмаһын,
Ағармаһын сәстәре.
Һәр аҡыллы ҡыҙ, малай
Ҡәҙерләй үҙ әсәһен.
Әсәләр, ҡояш төҫлө,
Һәр саҡ балҡып йәшәһен!
Фәүзиә РӘХИМҒОЛОВА.