Һәҙиәгә бер йәш тулып килә. Ҡайһы бер һүҙҙәрҙе һаҡаулап әйтә лә белә. Күҙен асыу менән:
— Әҫәй, Әҙиҙә! — тип ҡысҡыра һала.
Апаһы Ғәзизә уға китаптарындағы матур һүрәттәрҙе күрһәтеп, әкиәт һөйләй. Тик ҡулына тоттормай — йырта бит ул.
Үрмәләп йөрөй башлағас, Һәҙиә айырыуса тынғыһыҙ булып китте. Һәр нәмәгә үрелә, бирмәһәң, илай.
— Бөгөн өләсәйҙәргә барып йоҡлайым, — тине бер көн Ғәзизә. — Артыңдан йөрөп арыным.
Өләсәләрендә ҡыҙсыҡ таң менән уянды, Һәҙиәнең “Әҙиҙә!” тип ҡысҡырырын көттө. Шунан ғына өйөндә түгеллеге иҫенә төштө.
— Мин ҡайтайым инде, — тип һыйынды ул өләсәһенә. — Һәҙиә уяныр, “Әҙиҙә!” тип ҡысҡырыр, ә мин — юҡ. Илар ҙа илар шунан.
Һеңлеһе апаһын шатланып ҡаршыланы. Ҡосаҡлап алды. Ғәзизә лә һеңлеһен шул тиклем һағынғайны, хатта китабын йыртҡан өсөн дә асыуланманы. Үҫә төшөп, аңлай башлағас, йыртмаҫ әле.
Гүзәл СИТДИҠОВА