“Әсәйем “Башҡортостан” гәзитен алдыра, мин уның “Тубырсыҡ” махсус битен яратып уҡыйым. Һеҙгә ҙур уңыштар теләйем, — тип яҙа Баймаҡ районы Мерәҫ мәктәбенең III класс уҡыусыһы Ислам Килдейәров. — Уҡытыусыбыҙ Динә Мырҙағәлина дәрестәрҙе күңелле итеп үткәрә. Быйыл шиғыр яҙырға ла өйрәтә башланы. Тәүге ижад емешемде “Тубырсыҡ”ҡа һалып ебәрермен”.
Бөгөн Исламдың ҡурай хаҡындағы иншаһынан өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
Баймаҡ ере — аҫаба башҡорттар төйәге. Ул йыр-моң һөйгән сәсән телле халҡы менән дан тота.
Баймаҡты “ҡурай Ватаны” тип тә бушҡа ғына атамайҙар — төбәгебеҙгә бөйөк ҡурайсы-сәсәндәр бүләк иткән ул!
1993 йылда райондың Төрөкмән ауылы янындағы Туғажман тауы башында ҡурайға һәйкәл ҡуйылған. Авторы — Миҙхәт Байрамғолов. Һәйкәлдең 19 тажы бар. Һәр ҡайһыһына эргә-тирә ауылдарҙан сыҡҡан ҡурайсыларҙың исеме бирелгән.
Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә Ҡурай музейы бар. Унда милли ҡоралыбыҙға, ҡурайсыларға бәйле белешмәләр, фотоһүрәттәр менән танышырға мөмкин. Мәҫәлән, Фәниә Кәримованың “Ҡурайсылар иле” тигән китабында 100-ҙән ашыу ҡурайсы хаҡында мәғлүмәт тупланған. Араларында олатайым Зәйнулла Раевтың да булыуы миндә ҙур ғорурлыҡ уята. Ул, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлап, Баймаҡҡа эшкә ҡайтҡан һәм Мерәҫ мәктәбендә ҡурай түңәрәген алып барған. Үҙ һөнәренә атайымды ла өйрәткән. Бына шулай милли ҡоралыбыҙға һөйөү быуындан быуынға күсә килә. Атайым миңә лә Ирәндектән ҡурай алып ҡайтты. Уйнарға өйрәнеп киләм.
Баймаҡ районы