Уны һағынып ҡайтам24.11.2012
Матур ғына көсөгөм бар,
Үҙе бигерәк һаҡ ҡына.
Кешеләрҙе күреү менән
Иркәләп һырпалана.
Бик һағынам көсөгөмдө
Мәктәптә булған саҡта.
Ул, минең ҡайтҡанды көтөп,
Ҡапҡа төбөндә ята.
Әлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
Үрге Ҡыйғының 2-се мәктәбе.
Ҡыйғы районы