Нисек ял итәбеҙ?09.12.2011
Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5 ғинуар — Яңы йыл каникулы, 7 ғинуар — Христос Раштыуаһы — байрам көндәре.
2012 йылда 1 һәм 7 ғинуарҙағы байрам ял көндәренә тура килә. Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта, ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә.
Башҡортостан Республикаһында биш көнлөк эш аҙнаһында 2012 йылдың 1—9 ғинуары ял көндәре булып иҫәпләнә. Йома, 30 декабрҙә, эш оҙайлылығы ҡыҫҡартылмай.
Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә 1, 2, 3, 4, 5 һәм 7 ғинуар йыл һайын бирелгән отпуск иҫәбенә индерелмәй.