Халҡы өсөн ҡот24.11.2012
Халҡым тиеп йәшәгән
Аҡһаҡал ул Аҡмулла.
Ғәҙелһеҙҙәр өсөн — йот,
Халҡы өсөн ҡот була.
Яҡтылыҡҡа ынтыла
Һәр ваҡытта Аҡмулла.
Дөрөҫ, тура һүҙенән
Ҡалтырай наҙан мулла.
Башҡорттоң бөйөк улы,
Тапҡыр телле сәсәне,
Аҡмулла кеүек ир-егет
Гел тыуып торһон ине.
Дания ФӘЙРҮЗОВА.
Тирәкле мәктәбе.
Архангел районы