Сират — хоккейға!24.11.2012
Физкультура дәресен
Бик ярата балалар —
Ошо дәрес етеүен
Һәр саҡ көтөп алалар.
Футбол тибәләр йәйҙәрен,
Ҡышын сират — хоккейға.
Сәкәндәрен ҡулға алып,
Йүгерешәләр боҙға.
Светлана ХАЖИӘЖМӘТОВА.
Ҡыҫынды мәктәбе.
Архангел районы