Көмөш алҡалы, муйынсаҡлы мәл24.11.2012
Бына тағы көтөп алған
Ҡар-буранлы ҡыш килде,
Ҡайындарҙың ботағына
Көмөш алҡалар элде.

Ҡарағайҙың энәһенә
Йондоҙ һымаҡ ҡар ҡунды.
Имән уға ғәжәпләнә:
“Ҡайҙан алған был тунды?”

Ҡыҙыл муйынсаҡтар таҡҡан
Урмандағы мышарҙар.
Ә турғайҙар, осоп килеп,
Тирерҙәр ҙә ашарҙар.

Лиана ҠУНАҠҠОЛОВА.
Мораҙым мәктәбе.
Ауырғазы районы


Вернуться назад