Ошо телефонға шылтырат!Өфөлә, “Беҙҙең ҡала — хәүефһеҙлек биләмәһе” проектына ярашлы, “ышаныс телефондары” тәүлек әйләнәһенә эшләүен дауам итә: Башҡортостан Прокуратураһы — 272-16-25, Рәсәй Наркотиктарҙың әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы — 8-800-347-20-30, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы — 128.
Ошо телефондарға шылтыратып, наркотик таратҡан һәм ҡулланған урындар, наркопритондарҙың адресы, ошондай матдәләрҙе һатҡан кешеләр хаҡында хәбәр итергә мөмкин. Бер генә белдереү ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ, мотлаҡ тикшереләсәк.
“Беҙҙең ҡала — хәүефһеҙлек биләмәһе” акцияһы Өфө, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында үткәрелә. Уның маҡсаты — наркомания һәм ошо социаль афәткә ҡаршы көрәш мәсьәләләренә йәмәғәтселекте йәлеп итеү. Республикала һәм баш ҡалабыҙҙа наркоенәйәтселеккә ҡаршы әүҙем эш алып барыла. Әммә уның үҫешен көс структуралары ярҙамында ғына туҡтатып булмай. Был проблемаға бөтә йәмәғәтселекте йәлеп итеү зарур.
Акция осоронда Өфөлә наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендәге тәртип боҙоуҙы, енәйәтселекте иҫкәртеү, уларҙы ҡулланған кешеләрҙе дауалау һәм реабилитациялау буйынса саралар үткәрелә.
Л. ДӘҮЛИЕВА.