Башҡортостандың утыҙҙан ашыу кешеһе “тимер ат”лы булды — Рәсәй Социаль страховка фондының төбәк бүлексәһе идарасыһы Марат Латипов ошо көндәрҙә эштә бәхетһеҙлеккә осрап инвалид булғандарға яңы автомобиль асҡыстарын тапшырҙы.
Махсус модификациялы ВАЗ-21041 автомобилдәре буласаҡ хужаларының физик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып етештерелгән. 2001 йылдан алып төбәк бүлексәһе тарафынан автомобилдәр алыуға 100 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолдо. Әле 789 махсус машина бәләгә тарығандарға тапшырылды.
Ҡайһы бер страховкаланған граждандар иҫкеләрен, ете йыл үткәндән һуң, яңы автомобилдәргә алмаштырҙы. Транспортты файҙаланыу дәүерендә хужа кеше машинаға бер тапҡыр капиталь ремонт үткәреүгә, һәр квартал һайын техник хеҙмәтләндереүгә һәм яғыулыҡ-майлау материалдарына аҡсалата компенсация алыуға хоҡуҡлы.
Шатлыҡ кисереүселәр араһында иң йәше Азат Яндурин булғандыр, моғайын. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, күтәренке рухлы егет яңынан руль артына ултырасағына шатланып бөтә алмай. Дамир Сәләхов тәүге машинаны ғына алмаштырмай инде. Ул 1964 йылда ауыл хужалығы эштәре ваҡытында фажиғәгә тарыған. Шулай ҙа тормошона һис зарланмай, үҙен бик бәхетле кеше һанай. “Яңы машинала ейәндәремә, туғандарыма, дуҫтарыма ҡунаҡҡа йөрөйәсәкмен. Иң ауыр саҡта яҡындарым ярҙам ҡулы һуҙҙы, көс өҫтәне”, — ти ул.
Төбәк бүлексәһе идарасыһы әйтеүенсә, йыл аҙағына тиклем тағы ла егерме кеше яңы автомобилдәргә хужа буласаҡ.
Р. КӘБИРОВА.