“Урал күкрәгендә йөрәк кеүек Башҡортостан — тыуған илкәйем!”09.12.2011
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов үлемһеҙ әҫәрҙәре менән халҡыбыҙ күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Ғүмере буйы илем, телем тип янып йәшәгән атаҡлы шағирыбыҙға киләһе йылдың февралендә 80 йәш тулыр ине. Ошо уңайҙан республикабыҙҙа төрлө саралар уҙғарыласаҡ, шағирҙың яҡты рухы хөрмәтләп иҫкә алынасаҡ. Был изге эштән “Башҡортостан” гәзите лә ситтә ҡалмай, Рәми Ғариповтың яҡты иҫтәлегенә “Урал күкрәгендә йөрәк кеүек Башҡортостан — тыуған илкәйем!” тип аталған иң яҡшы шиғырҙарға конкурс иғлан итә. Унда теләгән һәр кем бер генә шиғыр менән ҡатнаша ала, тема сикләнмәй.
Еңеүселәрҙе республикабыҙҙың күренекле шағирҙары билдәләйәсәк һәм уларға киләһе йылдың көҙөндә, “Башҡортостан” гәзитенә 95 йыл тулыу айҡанлы үткәреләсәк тантаналы кисәлә, ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.


Вернуться назад