Өҫтәмә түләүгә нигеҙ бармы?23.11.2012
“Башҡортостан”дың һәр сығарылышын көтөп алабыҙ, уҡыйбыҙ. Ҡулыма ҡәләм алып, ярҙам итмәҫһегеҙме икән тип хат яҙырға булдым. Сәбәбе — коммуналь хаҡтар.
2008 йылдың май айынан бирле беҙгә, фатир хужаларына, электр уты, һыуыҡ һәм эҫе һыу иҫәпләү приборҙарының күрһәткестәренән башҡа “өҫтәмә түләү” ҡуялар. Йәнәһе, беҙ түләгән хаҡ күп ҡатлы йорттоң иҫәпләү приборҙарының күрһәткесенә тап килмәй. Хужа һәр айҙың 25-се көнөндә фатирындағы электр, һыуыҡ һәм эҫе һыу приборҙарының күрһәткесен торлаҡ-файҙаланыу идаралығына тапшырырға тейеш. Шулай эшләйбеҙ ҙә. Әммә түләү ҡағыҙына тағы ла өҫтәмә яҙыу (доначисление) килә.
Хәҙер инде дүрт йыл шулай тотонолмаған электр энергияһына, һыуыҡ һыуға, эҫе һыуға өҫтәмә аҡса түләйбеҙ (әллә ни күп тә түгел — айына 100–200 һум). Әммә пенсионерҙарға, эшселәргә ай һайын “өҫтәмә түләү өсөн” тип аҡса бирмәйҙәр бит. Ошо күренеш тураһында Ишембай районы хакимиәте башлығы М.Х. Ғайсинға, Ишембай ҡала хакимиәте башлығы С.А. Никитинға, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Р. Әмерхановҡа хат менән мөрәжәғәт иткәйнек. Тик бер ниндәй ҙә яуап булманы. Ваҡытында министр булған Эльвира Нәбиуллинаға ла яҙғайныҡ, тик яуап килеп етмәй, ҡайҙалыр юғала. Яңыраҡ мин “5-се торлаҡ-файҙаланыу идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Лилиә Кәлимуллинала булдым. Лилиә Ғабдулла ҡыҙы аңлатыуынса, дөйөм йорт иҫәпләү приборҙарының күрһәткестәре менән һәр фатир хужаһы биргән күрһәткес тап килмәй, шуның өсөн дә айырманы өҫтәп яҙалар. “Әгәр ҙә түләмәһәгеҙ, суд аша түләтәбеҙ”, — тине ул. Шулай итеп, фатир хужалары отола. Өҫтәмә түләү дүрт йыл эсендә байтаҡ йыйыла. Миҫал өсөн: беҙ ике бүлмәле фатирҙа ике кеше йәшәйбеҙ. Дүрт йыл эсендә 5 677 һум йыйылып китә. Әгәр мең фатирҙан йыйһаң, мул аҡса бит! Белгестәр был турала ни уйлай икән? Гәзит аша яуап бирә алмаҫһығыҙмы?
Рауил ҒҮМӘРОВ.
Ишембай ҡалаһы.


Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы яуабы:

"Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 157-се статьяһына ярашлы, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү күләме (иҫәпләү приборҙарының күрһәткестәренән, улар булмағанда, төбәк дәүләт власы органдары раҫлаған дөйөм нормативтарға ярашлы) ҡулланылған хеҙмәттәрҙең күләменән сығып раҫлана.
Коммуналь хеҙмәттәр өсөн өҫтәмә түләү иҫәпләү приборҙары ҡуйылған фатирҙарға ла, ҡуйылмағандарына ла бүленә. Был Торлаҡ кодексының ҡағиҙәләрендә билдәләнгән. Шулай итеп, дөйөм йорт сығымдарын бөтөн фатир хужалары ла түләй.
Торлаҡ кодексына ярашлы, күп фатирлы йортта йәшәүселәр уның советын һайлап ҡуйырға тейеш. Совет күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең, башҡарылған эштәрҙең сифатын тикшерә, түләүҙәрҙең дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүен күҙәтеү хоҡуғына эйә. Шул иҫәптән иҫәпләү приборҙарының күрһәткестәрен тикшереү, дөйөм йорт сығымдары өсөн түләүҙәрҙең дөрөҫлөгөн дә тикшереү хоҡуғына эйә".
Министр урынбаҫары М. ШӘҢГӘРӘЕВ.


Башҡортостан Республикаһының Ишембай берҙәм заказлыҡ дирекцияһы муниципаль унитар предприятиеһынан да яуап алдыҡ. Уны ҡыҫҡартып бирәбеҙ:

"Өҫтәмә түләүҙәр күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең күләменән һәм иҫәпләү приборҙарындағы айырманан сығып билдәләнә. Уның максималь күләме аныҡ билдәләнмәгән. Белеүебеҙсә, улар (һыуыҡ һәм эҫе һыу, электр уты) октябрҙән хәҙер айырым графала күрһәтелә.
Йортта йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән торлаҡты ҡуртымға алыусылар электр уты менән тәьмин итеү тураһында килешеүҙе "Көньяҡ" Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы менән туранан-тура төҙөгән. Шуға ла йортта йәшәүселәр ҡуртымға алыусылар сарыф иткән ут өсөн түләмәй. Ә подвалда яңылыш сарыф ителгән һыу өсөн сығымды идара компанияһы үҙ иңенә ала.
Йылы өсөн түләү тик йылытыу миҙгелендә башҡарыла. Әгәр фатирҙа йылыны иҫәпләүсе прибор ҡуйылған булһа, ул күпме сарыф ителгән — шул күләмдә иҫәпләнәсәк, юҡ икән – нормативтарға ярашлы. Нормативтар тәбиғәт шарттарына һәм торлаҡҡа бәйле. Йорт ни тиклем аҙ ҡатлы, нормативтар ҙа шул тиклем күберәк. Шуға күрә йылытыу миҙгеле башланыу менән ике һәм өс ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең йылы өсөн түләүҙәре һиҙелерлек артасаҡ.
Шулай уҡ һеҙҙең йорттағы фатир хужаларының дөйөм йыйылышында (ситтән тороп тауыш биреү рәүешендә үткәрелде) быйыл июнь айында капиталь һәм ағымдағы ремонт пландары раҫланды һәм тариф билдәләнде. Тауыш биреүҙең һөҙөмтәләре менән "5-се торлаҡ файҙаланыу идаралығы"на мөрәжәғәт итеп таныша алаһығыҙ.
Торлаҡ кодексының 159-сы статьяһына ярашлы, коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү өсөн субсидия алыу мөмкинлеге бар. Килемегеҙ түбән булып, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләй алмаған осраҡта, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Стаханов урамы, 67 (25, 26-сы кабинеттар) адресы буйынса урынлашҡан "Торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә субсидиялар биреү буйынса республика үҙәге"нә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Субсидия һеҙгә аҙыраҡ сығымдар менән түләүҙәрегеҙҙе ваҡытында ҡаплап барырға ярҙам итәсәк".
Башҡортостан Республикаһының Ишембай берҙәм заказлыҡ дирекцияһы муниципаль унитар предприятиеһы директоры И. ШӘРИПОВ.


Вернуться назад