Үҫеш өсөн шарттар бар, файҙалана беләйек23.11.2012
Бүздәк районының мәҙәниәт йортонда район башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы булды. Уның эшендә ауыл биләмәләре башлыҡтары, мәктәп директорҙары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рушан Байымов халыҡтың рухи үҫеше өсөн төбәктә уңайлы шарттар тыуҙырылыуын, һаулыҡ һаҡлауҙы һәм демографик хәлде яҡшыртыу буйынса саралар күрелеүен билдәләне. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законын ғәмәлгә ашырыу барышы даими контролдә тотола, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, райондың арҙаҡлы ул-ҡыҙҙарының исемен мәңгеләштереү буйынса ҙур эш башҡарыла. Төбәктә ырыуҙарҙың, ауылдарҙың тарихын өйрәнеү, шәжәрәләр төҙөү буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эш алып барыла.
Фекер алышыуҙа район хакимиәтенең халыҡ мәғарифы бүлеге методисы З. Хажиәхмәтова, мәҙәниәт һәм ял үҙәге директоры Д. Төхвәтуллина, Бүздәктәге 1-се мәктәптең туған тел уҡытыусыһы С. Сугарова, “Бүздәк яңылыҡтары” район гәзитенең баш мөхәррире Д. Туҡтамышев, район башҡорттары ҡоролтайының йәштәр советы ағзаһы Г. Хәбибуллина ҡатнашты. Сығыштарҙа мәктәптә туған телде уҡытыу, халыҡ йолаларын һәм байрамдарын тергеҙеү һәм үҫтереү, йәштәр сәйәсәте мәсьәләләре сағылыш тапты. Йыйынға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бюроһы ағзаһы, Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанованың килеүе уға мәртәбә өҫтәне. Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы йәш быуынды тәрбиәләүҙә, туған телгә һөйөү уятыуҙа ғаиләнең айырыуса ҙур роль уйнауын билдәләне.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Г. Шакиров ҡоролтай ағзаларын тағы ла ҙурыраҡ инициатива һәм әүҙемлек күрһәтергә саҡырҙы. Ҡарарҙа ҡоролтай эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре билдәләнде. Улар араһында йәш быуынды милли йолаларға, мәҙәниәткә йәлеп итеүҙә, туған телгә хөрмәт һәм мөхәббәт тәрбиәләүҙә ғаиләнең ролен күтәреү, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсаты менән йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе ижади конкурстарға, спорт сараларына ылыҡтырыу, эскелекте һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеүҙең мөһимлеге, барлыҡ ауыл биләмәләрендә ҡоролтайҙың башланғыс ойошмаларын төҙөү кәрәклеге билдәләнде.
Р. ГӘРӘЕВА.
Бүздәк районы.


Вернуться назад