Юлдыбай һөнәрселек лицейында район башҡорттарының сираттағы ҡоролтайы үтте. Ауылдарҙан йыйылған делегаттарҙы Илфат Моталлапов менән Илшат Алғошаевтар йырлы-моңло сәләмдәре менән ҡаршылағандан һуң район ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, «Ауыл уттары» гәзитенең баш мөхәррире Ильяс Таҡалов башҡарылған эште барланы, тарихи ваҡиғаларға туҡталды, бурыстарҙы билдәләне.
– 2010 йылдың йәйендә үткән III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң илдә лә, республикала ла, районда ла, ҡоролтайҙа ла етәкселек алышынды, – тип башланы ул телмәрен. Артабан әле булһа баҙар иҡтисадына өйрәнеп китә алмауыбыҙға, күптәрҙең ялҡаулыҡ сиренән ҡотола алмай ҡайҙандыр ярҙам көтөп ятыуына, эшҡыуарлыҡҡа ныҡлап тотонмауға, мәғарифта барған оптималләштереүҙең башҡорт ауылдарына кире йоғонто яһауына, көндәлек тормоштағы төрлө күренештәргә туҡталып, уларҙан арыныу юлдарын барланы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты башланғысы менән үткәрелгән «Айыҡ ауыл» акцияһында ҡатнашҡан Ашҡаҙар, Ҡаҙырша һәм Ишбулды ауылдары араһынан ишбулдыларҙың еңеп сығыуын, Ҡаҙырша ауылында Әхмәтзәки Вәлидигә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылыуын, Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исеме биреү тураһында ҡултамғалар йыйып тапшырылыуын, мәҙәни саралар, спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы бәйән итеп, делегаттарҙы фекер алышыуға саҡырҙы.
Йәнле һөйләшеүҙе райондың имам-мөхтәсибе Йәғәфәр Үтәшев Мифтахетдин Аҡмулланың «Нәсихәттәр» мөнәжәтенең мәғәнәһен асып биреүҙән башлап ебәрҙе. Күптәр төрлө тәҡдим, яңы башланғыстар менән сыҡты. Мәҫәлән, Һабыр ауылында уҡытыусы булып эшләүсе район үҫәргәндәренең ҡор башы Илдар Ҡоҙашев бөткән ауыл урынына таҡтаташ ҡуйыу идеяһын күтәрҙе.
Ишбулды ауылы старостаһы Ғәле Амантаев нисек итеп бәләкәй ауылда дүрт уҡыусынан торған мәктәпте һаҡлап алып ҡалыуҙары тураһында әйтте. Әгәр уҡытыусыны ҡыҫҡартһалар, уға эш хаҡын ауыл халҡы үҙе түләргә әҙер икән. Үрге Ғәле ауылы биләмәһе башлығы Файза Ыласынова ауылдарҙа спиртлы эсемлек һатыуҙы сикләргә тәҡдим итте, Яманһаҙҙан яҙыусы-журналист Зөлфирә Ҡоҙашева эшһеҙлектең үҙәккә үтеүенә, ир-егеттәрҙең күпселегенең эш эҙләп ситкә китеүҙәренә зарланды. Матрайҙан хеҙмәт ветераны Хәлиулла Хәсәнов совхоз мөлкәтен хужаларҙың үҙ кеҫәләренә һалып бөтөүенә, ҡасандыр меңгә яҡын эшсеһе булған совхоз штатында бөгөн бер нисә тиҫтә генә кеше ҡалыуына әсенде, буш ятҡан яландарҙы дөйөмләштереп, берәй кооператив асыу тәҡдимен индерҙе. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге белгесе Альбина Өмөтбаева районда биш йыл элек 42 мәктәп булһа, бөгөн төрлө статуслы 29 мәктәп ҡалыуын һәм байтаҡ уҡытыусының ҡыҫҡартылыуын, мәғарифҡа бүленгән аҡсаның йыл һайын кәмеүен, туған телдәрҙе уҡытыу торошо кеүек мәсьәләләргә туҡталды.
Халыҡтың уртаға һалып һөйләшер һүҙе көндән-көн күбәйә, тигәндәй, әлбиттә, ҡоролтайҙа башҡа проблемалар ҙа күтәрелде.
Ҡоролтайҙа ҡатнашҡан район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Коротков (ул башҡортса һәйбәт һөйләшә) сығыштарҙы дөйөмләштереп, 2008 йылда уҡ тормошҡа ашырылырға тейеш булған оптималләштереүҙең киләсәктә ауылдарҙы бөтөрөүгә йүнәлтелеүенә баҫым яһаны, был турала Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт итеүҙәрен бәйән итте, башҡа проблемаларға туҡталды.
Өфөнән килгән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Данир Ғәйнуллин ҡоролтайҙа ҙур проблемалар күтәрелеүен, әммә уларҙы хәл итеүҙә һәр кемдең әүҙем эшмәкәрлеге талап ителеүен теләне һәм ҡоролтай эшендә әүҙем ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәренә миҙал һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Ҡоролтай башҡарма комитеты составы яңыртылды, һәр ауыл биләмәһендә уның бүлексәләре ойошторолдо, уларҙың рәйестәре раҫланды.
Фәрит РӘМОВ.
Йылайыр районы.