Бахыр булмаһаҡ, телебеҙ ҙә бөтмәҫ23.11.2012
Бахыр булмаһаҡ, телебеҙ ҙә бөтмәҫОшо көндәрҙә Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышында төбәк ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Теләүбаев сығышында эскелектең киң тамыр йәйеүенең милли геноцидҡа алып барыуы тураһында һөйләне.

— Ата-әсәләре булып та етем ҡалған балаларҙың артыуына ла алкоголь сәбәпсе. Эскелеккә ҡаршы көрәштә Әбйәлил районының Буранғол ауыл хакимиәте эшмәкәрлеге үрнәк булып тора, уларҙың тәжрибәһенә таянып, беҙгә лә «Айыҡ ауыл» акцияһына ҡушылырға кәрәк, — тине ул.
«Беҙ яҙылмаһаҡ, кем яҙылыр?» – тип район-ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе милли баҫмаларға яҙылыу мәсьәләһен дә күтәрҙе. 90 йыллыҡ тарихы булған «Урал» гәзитенең район, милләтебеҙ тормошонда ҙур урын тотоуын билдәләне. Тағы ла киҫкен мәсьәләләрҙең береһе – мәктәптәрҙе уҡыусылар һанына ҡарап финанслауҙан башҡорт ауылдары зыян күреүенә айырым туҡталды.
Муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары И.В. Ручкина: «Башҡорттар ҡоролтайы район йәмәғәт тормошонда әһәмиәтле урын биләй», – тип башланы сығышын.
Республика муниципалитеттары араһында һөҙөмтәлелек буйынса районыбыҙ етенсе урында тора. Киләсәктә «Морат» тау саңғыһы үҙәге заман талаптарына яраҡлаштырып төҙөләсәк, «Белсталь» заводын төҙөү проектына ярашлы, Туҡанға газ һуҙыу башланған. Шулай уҡ яңы ҡала мәҙәниәт һарайын төҙөй башлаясаҡтар. Районда Яңы йыл алдынан Үҙәнбаш мәктәбе сафҡа индереләсәк. Абҙаҡта, Инйәрҙә балалар баҡсалары һалынасаҡ. Әлеге ваҡытта ҡаланың М. Ғафури урамында яңы балалар баҡсаһы төҙөлә.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы М.В. Саранцева йәмғиәтебеҙҙә заман мәктәбенең ниндәй урын биләүе, башҡорт теленең нисек уҡытылыуы тураһында һөйләне. Марина Владимировна 28 мәғариф учреждениеһына — ике туған тел, 17 мәғариф учреждениеһында бер туған тел уҡытылыуы, шул уҡ ваҡытта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙың кәмеүгә барыуын билдәләне. Берҙәм дәүләт стандарттарына яраҡлашыу милли телдәрҙе уҡытыуға кире йоғонто яһай. Әле башланғыс кластарҙа — өс, өлкән кластарҙа ике сәғәт башҡорт теле индерелә. Үткән йылда 116 башҡорт теле уҡытыусыһы булһа, быйыл 97-гә ҡалған. Район һәм ҡала буйынса 47 уҡытыусы ҡыҫҡартылһа, уларҙың туғыҙы — башҡорт теле уҡытыусыһы. Әле башҡорт теле уҡытыусыларының 70 проценты юғары категорияға эйә.
Башҡорт телен уҡытыуҙа, уға ылыҡтырыуҙа, һөҙөмтәләргә өлгәшеүҙә уҡытыусы ҙур роль уйнай, тине М. Саранцева. Дөйөм алғанда, уның сығышынан шундай һөҙөмтә яһарға була: телгә һөйөү уятыуҙа ата-әсәнең урыны баһалап бөткөһөҙ, йәғни төп урынды биләй. Телде балаға өйҙә өйрәтмәһәк, һөйөү уятмаһаҡ, мәктәптә индерелгән яңы стандарттарҙан туған телебеҙгә ҡарата әллә ни файҙа көтөп булмай.
Инйәр ауылының 2-се мәктәбе директоры Р. Иҙрисов мәктәп уңыштарына байҡау яһаны. Шулай уҡ яңы стандарттарға яраҡлашыу һөҙөмтәһендә 16 хеҙмәткәрҙең ҡыҫҡартыуға дусар булыуы тураһында әйтте.
Ҡоролтайҙа философия фәндәре докторы, профессор, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты янындағы Мосолман мәғарифы үҫеше ғилми-өйрәнеү үҙәге директоры Валерий Хажиевтың сығышы бик әһәмиәтле булды.
— Динде һәр кем үҙенсә аңлай һәм ҡабул итә. Шуға ла “Дин этикаһы” дәресен индереү бик урынлы. Тәүге белемде беҙҙең балалар уҡытыусыларҙан алырға тейеш, — тине ул.
Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин: «Тел Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирелгән, беҙ уны һаҡларға тейешбеҙ», – тип тел һәм диндең милләт яҙмышында ниндәй урын биләүе тураһында һөйләне.
Иҙел башының әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Мансур Һиҙиәтов: «Әсә һөтө менән инмәгәнде, тана һөтө менән инмәҫ, тигән халыҡ мәҡәле бар. Шуны нигеҙҙә тотоғоҙ. Тирә-яҡта барған хәл-ваҡиғаларға, илебеҙ, телебеҙ яҙмышына битараф булмайыҡ, милләттәштәр! Шул саҡта ғына яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ», – тип үҙен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе, тәҡдимдәрен индерҙе.
Ҙур башҡорт ауылдарында ҡоролтайҙың урындағы бүлексәләрен булдырырға ҡарар иттеләр. Район ҡоролтайының әүҙем ағзалары Әсҡәт Хәйернуровҡа, Мөхәррәм Сәлимовҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы, әүҙем эшмәкәрҙәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Белорет районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты составына үҙгәрештәр индерелде. Уның рәйесе вазифаһында Илгиз Теләүбаев ҡалдырылды, ике урынбаҫары итеп «Урал» гәзитенең директор-баш мөхәррире Сатура Минһажетдинова һәм башҡорт гимназияһы директоры Зөлфиә Ғәлийәнова, ҡоролтай секретары итеп район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге белгесе Айгөл Кирамова һайланды. Шулай уҡ башҡарма комитет составына Мансур Һиҙиәтов, Мәүлит хәҙрәт Мөхәмәтйәнов өҫтәп индерелде. Һуңынан резолюция ҡабул ителде.
Ауылдарҙағы ҡоролтайҙың урындағы бүлексәләренә рәйес итеп хакимиәт башлыҡтарын һайламаҫҡа тигән тәҡдим булды. Был административ ҡыҫыу мөмкинлегенән азат итәсәк.
Бөйөк кешеләрҙең ҡәберҙәрен мәңгеләштереү йүнәлешендә эште дауам итергә, ингән ерҙә һәр ауылдың тамғаһын, оранын, ағасын, ырыуын белдереп торған яҙыуҙар ҡуйырға кәрәк, был йәш быуында үткәнебеҙгә хөрмәт уятасаҡ, тигән тәҡдимдәр булды.
Район һәм ҡала башҡорттары ҡоролтайы артта ҡалды, бөгөн ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырып, киләһе осрашыуға «Беҙ шуны эшләнек!» тип күкрәк ҡағырлыҡ эш һөҙөмтәләре менән килһәк ине. Маҡсатыбыҙ изге, тик ул һүҙҙә генә ҡалмаһын, милләттәштәребеҙ! Берҙәм, татыу булайыҡ, илебеҙҙе, телебеҙҙе һөйәйек, һаҡлайыҡ, үҙебеҙҙе ҙурлайыҡ, иң мөһиме – бахыр булмайыҡ!
Рәмилә МУСИНА.
Белорет районы.


Вернуться назад