2012 йылда студенттарҙың стипендияһы 26 процентҡа артасаҡ.
— Федераль власть, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының власть органдары ҡарары буйынса стипендия фонды 1 ғинуарҙан — 20 процентҡа, 1 октябрҙән тағы ла 6 процентҡа артасаҡ, — тип белдерҙе Башҡортостандың финанс министры Рузалия Хисмәтуллина.
Ул шулай уҡ, 2012 йылға республика ҡаҙнаһының сығым өлөшөн билдәләгәндә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу ҙа иҫәпкә алынды, тине. Быйыл эш хаҡы 1 ғинуарҙа һәм 1 октябрҙә артҡайны.
— Уҡытыусыларҙың эш хаҡын уртаса иҡтисади кимәлгә еткереүгә, шулай уҡ мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә түләү өсөн аҡса республика бюджетына тулыһынса һалынды, — тине финанс министры.
Л. ДӘҮЛИЕВА.