Ноябрҙең тәүге көнөндә үткән Күмертау ҡалаһы башҡорттарының VIII ҡоролтайына милләттәштәребеҙҙең ихлас йыйылыуына ҡарап, бында халыҡ әүҙем икән тигән һығымта яһаным. Ҡала хакимиәтенең кәңәшмәләр залы шығырым тулы ине. Делегаттар араһында йәштәрҙең байтаҡ булыуы һөйөндөрҙө. Ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Рәйсә Рәхмәт ҡыҙы Cырлыбаева, рәхмәт төшкөрө, беҙҙең үтенес буйынса сараға урындағы почта хеҙмәткәрҙәрен йәлеп иткән: башҡорт рухы аңҡып торған бындай урында ҡалала йәшәгән милләттәштәребеҙ “Башҡортостан» гәзитенә яҙылмайынса ҡалмаҫ, моғайын. 67 мең кеше йәшәгән Күмертау халҡының 16 процентын беҙҙең халыҡ тәшкил итә. Тимәк, ҡалала гәзитебеҙгә яҙылырҙай мөмкинлек ҙур ғына...
Почта хеҙмәткәрҙәренән быйылғы йылдың икенсе яртыһында нисә кеше «Башҡортостан»ды алдырыуы менән ҡыҙыҡһындым: улар килтергән һан (233), әлбиттә, һағайтты. «Уҡытыусыларҙан башҡалар бик алдырып бармай, — тип аңлатты матбуғатҡа яҙҙырыу эше менән көн дә ҡайнаған почтальондар. — Киләһе йылдың тәүге яртыһына әле 144 данаға яҙылғандар. Былтырғы кимәлгә етә алһаҡ ярар ине. Әле бында байтаҡ ҡына ултырыуыбыҙға ҡарамаҫтан, бер кеше лә квитанция тултырырға теләк белдермәне».
Ҡыҙҙарҙың өгөт-нәсихәт эше менән үҙҙәрен артыҡ борсомауын күреп, үҙем ҡыбырҙап ҡарарға булдым. Төркөм-төркөм булып һөйләшеп торған ир-уҙамандарға мөрәжәғәт итәм. Күбеһе, күҙгә ҡарап, мин яҙылдым, тип йылмая. Залға йыйылған халыҡҡа өйҙән алып барған гәзиттәремде таратып сыҡтым. Тик ғәжәп: ҡайҙа, мин яҙылайым әле, тиеүселәр (исмаһам, берәү генә булһа ла) табылманы...
Сара шыма ғына башланып, шул рәүешле үк үтеп китте. Беренсе булып ҡала хакимиәте башлығы һүҙ алып, оҙаҡ ҡына йылдар ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе «йөгөн» тартҡан Рәйсә Сырлыбаеваның эшмәкәрлегенә матур баһа биреп, рәхмәт әйтеп, аҡ раузалар гөлләмәһен тапшырҙы. Ситтән килгән кешегә лә был күркәм ҡылыҡтың кинәйәһе асыҡ ине: тимәк, Рәйсә Рәхмәт ҡыҙының тыныс тормошҡа тәүге аҙымы бөгөндән башланасаҡ.
Башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары Әнисә Түләгәнова ҡоролтайсыларҙың үткән осорҙа ниндәй эшмәкәрлек алып барыуҙары тураһында ҡыҫҡаса отчет бирҙе. Эйе, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлау, тарихын өйрәнеү, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү буйынса улар әүҙем эш алып барған. Тик...
— Башҡорт ошо ерҙә тыуған икән, ошо ерҙә ғүмер итәсәк. Үҙ еребеҙҙә ныҡлы нигеҙ ҡороп йәшәп, киләсәгебеҙгә ышаныслы ҡарап, хоҡуҡтарыбыҙҙы талап итеп, хужа булып йәшәр урыныбыҙ бар — ул Башҡортостан. Үҙ илебеҙҙә аҙ һанлы халыҡбыҙ икән, быға беҙ ғәйепле түгел. Бөгөнгө проценттар заманында башҡорт теленең хәле борсолдора, — тип Әнисә Сәғит ҡыҙы артабан йөрәкте әрнетерлек миҫалдарҙы теҙҙе. — 2009 йылда ЮНЕСКО халыҡ-ара ойошмаһы тарафынан башҡорт теле хәүеф янаған телдәр рәтенә индерелде. Шундай мөмкинлектәр була тороп, ниңә үҙ милләтегеҙҙе үҫтермәйһегеҙ, ти был ойошма вәкилдәре. Толерантлығыбыҙ шулай үҙ илебеҙҙә телебеҙҙе сикләүгә килтерә. Һәр милли дәүләт, республика үҙенең төп ресурстарын, иң тәүҙә төп милләтен, мәҙәниәтен, сәнғәтен һәм телен ситләтергә түгел, ә үҫтерергә тейеш. Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ былтыр уҡыу пландарына индерелмәне. Быйылғы уҡыу йылында I–II, ҡайһы бер мәктәптәрҙә X–XI кластарҙа уҡытылмай. Һәр мәктәптә сәғәттәр һаны кәмей. Ошолай йыл һайын башҡорт теле юҡҡа сыға барһа, уны дәүләт теле булараҡ уҡытыу закон тарафынан ҡаралған хәлдә лә, ҡағыҙҙа ғына ҡаласаҡ. Телһеҙ халыҡ булмай. Илебеҙҙә телебеҙ һаҡланмай икән, уны юғалтасаҡбыҙ.
Докладсының телмәрендә хәүеф тойғолары ярылып ята. Әнисә Сәғит ҡыҙының дөйөм эш өсөн яныуы һәр һүҙендә асыҡ яңғыраны. Тураһын әйткән туғанына ярамаған, тиҙәр бит. Уның залда ултырыусыларға:
— Телебеҙҙе һаҡлап алып ҡалыу туған тел уҡытыусыларының ғына эше түгел, үҙенең милләтен таныусы, халҡы яҙмышы өсөн борсолоусы һәр ата-әсәнең, һәр граждандың бурысы ул. Бөгөн беҙҙең йомғаҡлау ғына түгел, һайлау көнө лә. Баш эйеп, ҡушҡанды ғына эшләүселәр халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡлай алырмы? Телде белмәгәндәр, өйрәнергә теләмәгәндәр телебеҙ өсөн янып-көйөп йөрөрмө? — тип өндәшеүе үҙ өҫтөнә ут алыуға бәрәбәр.
Иңдәренә ирҙәр күтәрә алмаҫтай яуаплылыҡты алған был нәфис заттың йөрәк түренән сыҡҡан иңрәүен нәҡ ошо ҡорҙа уртаға һалып һөйләшер урынға шым ғына ултырған ҡәрҙәштәребеҙ ишеттеме һәм ишетерме һуң?
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаевтың сығышы ла Түләгәнованың телмәренә тулыһынса ауаздаш булды.
— Мәғарифҡа ҡағылышлы закондарҙа беҙҙең телде үҫтермәү, урыҫ йәки инглиз теленә күсереү стратегияһы һалынған. Башҡорт теле бер телдән дә кәм түгел. Ул меңәр йылдар йәшәп килә, бынан һуң да йәшәр. Рәсәйҙәр, россияндар тигән милләт уйлап сығарырға маташалар. Беҙ – рәсәйҙәр, быны бер ҡасан да инҡар итмәнек, әммә беҙ – башҡорт, — тине Румил Тәлғәт улы.
Делегаттар ҡала ҡоролтайы эше буйынса резолюция ҡабул итте. Күмертау ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына яңы ағзалар һәм улар тарафынан комитеттың яңы рәйесе итеп үҙәкләштерелгән китапхана директоры Әлфиә Шәмиғолова һайланды.
Ҡоролтай башҡарма комитетының өр-яңынан тулыландырылған составы халҡыбыҙ мәнфәғәтен, бигерәк тә телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу юҫығында әүҙем эш алып барыр тип ышанғы килә.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
Күмертау ҡалаһы.