Сәләм премияһы лауреаттары асыҡландыСиләбе өлкәһенең Сосновка районы Һаҡҡол ауылында тантаналы рәүештә Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаттары билдәләнде.
Сосновка районы башҡорттар һаны буйынса өлкәнең Арғаяш һәм Ҡоншаҡ райондарынан ғына ҡалыша. Әлиш, Тәгеш, Һолтай, Шишмә, Мамай, Һаҡҡол һәм башҡалар — исемдәре үк әйтеп тороуынса, башҡорт ауылдары. Былтыр башҡорт әҙәбиәте классигы Ғәлимов Сәләмдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы район хакимиәте әҙәбиәт өлкәһендә премия булдырып, өс номинация буйынса рухиәтте үҫтереүселәрҙе дәртләндергәйне.
Быйыл тантаналы сара икеләтә байрамға әйләнде. Беренсенән, Һаҡҡол ауылы халҡы мәҙәниәт йортона заманса капиталь ремонт үткәндән һуң тәүләп аяҡ баҫты. Икенсенән, тантаналы рәүештә хәҙер инде икенсе тапҡыр яҡташтарының данын яңғыратып, иң лайыҡлыларға Ғәлимов Сәләм премияһын тапшырҙылар.
Район хакимиәте башлығы Владимир Котов, сараны асып, яңыртылған мәҙәниәт йортонда берҙәм һәм шат тауыштарҙың бер ҡасан да тынмауын теләне. Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле исеменән матбуғат секретары Мөхәммәт Хәбиров район һәм ауыл хакимиәте етәкселәренә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙә булышлыҡ иткәндәре өсөн Рәхмәт хаттары тапшырҙы, бында Сәләм шиғырҙары көслөрәк яңғырауын теләне.
Ғ. Сәләм исемендәге премия өс номинация буйынса тапшырылды. Художестволы әҙәбиәт буйынса Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе шағирә Фаиза Мәғәсүмова “Серем итә аҡ болот” (Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 2012) исемле китабы өсөн лайыҡ булды. Тыуған яҡты өйрәнеү номинацияһында ике кеше еңде: Сиреүсе мәктәбе директоры Әлфиә Ҡотлоғужинаға — топонимик материалдары һәм Мөхәмәтҡолой Көсөковҡа Арғаяш районының Сәғит ауылында һәйкәл асыуҙы ойошторғаны өсөн бирелде. Публицистика номинацияһына “Сосновская нива” район гәзите мөхәррире урынбаҫары Владимир Бреднев лайыҡ булды.
Ҡамса МОРТАЗИН.
Балалар телгә ылығаНоябрь баштарында Силәбе ҡалаһындағы Шәйехзада Бабич исемендәге китапханала башҡорт шағирҙары ижадына арналған I нәфис һүҙ конкурсы булды. Бәйгене Силәбе ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо.
Ярышта ҡатнашыр өсөн балалар өлкәнең төрлө ҡала һәм ауылдарынан йыйылғайны. Айырыуса Сосновка районының Трубный ауылыныҡылар байтаҡ булды, уҡытыусы Рабиға Бикбулатованың уҡыусылары хатта өс телдә — башҡортса, урыҫса һәм татарса — шиғыр уҡыны. Ике ай элек кенә Силәбелә асылған “Афарин” студияһында шөғөлләнеүсе балалар ҡаланың билдәле шағиры Рамазан Шәғәлиевтең шиғырҙарын яттан һөйләне. Был студияла улар милли бейеүҙәр өйрәнә, башҡорт һәм татар телендә уҡый, театр сәнғәте оҫталығына төшөнә.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре экскурсия үткәрҙе, музейҙы күрһәтте. Балалар башҡорт тирмәһен ҡараны, “Айгөл” ансамбле етәксеһе Земфира Хәйруллина менән башҡорт халыҡ бейеүе элементтарын өйрәнде.
Еңеүсе тип танылған уҡыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, уларға артабан да туған телдәрен онотмауҙы теләнеләр.
Резида БАЙНАЗАРОВА.
Башҡорт теле уҡытыусыларына — торлаҡ! Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтай ултырышында мәктәптәрҙә башҡорт теле уҡытыусылары етмәү проблемаһын көн үҙәгенә сығарҙы. Сара Ш.Бабич исемендәге китапханала булды, унда 50-нән ашыу кеше — район һәм ҡалалар башҡорттары ҡоролтайҙары етәкселәре, Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарының мәғариф идаралығы начальниктары ҡатнашты.
Иң тәүҙә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһанылар. Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Амур Хәбибуллин Башҡортостан вәкиллеге алдында торған социаль-иҡтисади бурыстар тураһында һөйләне, эшҡыуарҙар менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы.
Мәктәптә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһен күтәрҙеләр. Ҡоншаҡ районының мәғариф идаралығы начальнигы Рауил Асатуллин әйтеүенсә, уҡытыусылар етмәүҙең төп сәбәбе — педагог һөнәренең ҡыҙыҡһындырмауы. Проблеманы хәл итеү өсөн йәш белгестәргә торлаҡ бирергә тәҡдим ителде. Бының өсөн элеккесә ауыл өмәләре ойоштороу кәрәк, тигән фекер ҙә яңғыраны.
Миләүшә ЯҠУПОВА.