Дини мәғлүмәт көтәбеҙ...23.11.2012
Дини мәғлүмәт көтәбеҙ...Бала саҡтан “Башҡортостан” гәзитен уҡыйым. Атайым “Совет Башҡортостаны”н ғүмере буйы алдырҙы. “Башҡортостан” — уның лайыҡлы дауамы. Үҙем тәүҙә “Йома”ны ғына алдыра инем. Баҫманың һәр һанын яратып уҡыйым, шуныһы йәл, көн һайын түгел, өс-дүртәрҙе йыйып килтерәләр. Әммә был күренеш күңелемә ятҡан баҫмамдан айыра алмай.

Мин мәктәптә VIII класҡа ҡәҙәр башҡортса уҡыным, һуңынан IX-XI кластарҙа урыҫса дауам иттем. Бала саҡтан башҡорт теленә ғашиҡмын, матур итеп әсәй телендә һөйләшкем килә. Был теләккә хәҙерге заманда өлгәшергә була, сөнки Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарайбыҙ, әлхәмдүлиллә, халҡым йырҙарын йотлоғоп тыңлайым.
Беҙҙең район китапханаһында “Туған тел” ойошмаһы эшләй. Етәксеһе — Венера Нуретдинова, үҙе татар милләтенән. Ғөмүмән, беҙҙең ойошмала үҙ телен хөрмәт иткән башҡорт менән татарҙар ысын күңелдән халҡына хеҙмәт итергә тырыша. Силәбе ҡалаһындағы Ш. Бабич исемендәге башҡорт-татар китапханаһы менән дә бәйләнештәбеҙ. Ҡамса Мортазин эшебеҙҙә ҙур терәк булып тора. Ул минең “Ғүмер йомғағымды һүтәм әле”, Венера Нуретдинованың “Уйланыу” тигән шиғри йыйынтыҡтарын баҫтырыуҙа ҙур ярҙам күрһәтте.
Тәү башлап “Йома”ға яҙылғанда, унда дингә арналған мәғлүмәттәр күп булыр тип уйлағайным, ләкин ул ҡушымтала дингә әһәмиәт күп түгел икән. Әгәр тәҡдимемде иғтибарға алһағыҙ, оло йәштәгеләр, дин менән ҡыҙыҡһыныусылар “Йома”ны мотлаҡ яҙҙырып алыр ине, етмәһә, ҡиммәт тә түгел.
Мәүлиә ИБРАҺИМОВА.
Силәбе өлкәһе,
Ҡоншаҡ районы.


Вернуться назад