Йыш иғтибар итәм: сит төбәктә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең күпселеге энергияһы ташып тороуы, үҙ-үҙенә ышаныуы һәм көслө рухлы булыуы менән айырылып тора. Яңы танышым Урал Аҙнабаев менән аралашҡанда быға сираттағы тапҡыр инандым. Уның менән Интернеттағы скайп аша ғына һөйләшһәк тә, йөҙөнән йылмайыу китмәгән егет эске булмышы менән күңелде арбаны.
Башҡортостандан ситтә йәшәүенә ҡарамаҫтан, туған телен онотмай Урал. Ул — Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында ойошторолған “Салауат” башҡорт мәҙәни үҙәге рәйесе, “Башҡортостан-Ҡаҙағстан” сауҙа йорто директоры ла. Эшмәкәрлеге былар менән генә сикләнмәй, әлбиттә. Һәр ҡайһыһы хаҡында ентекләберәк һөйләйек.
Хикмәт һанда түгел — сифаттаАҡтау башҡорттарының мәҙәни үҙәге бынан 22 йыл элек булдырылған. Ул әле — Манғыштау өлкәһендәге иң әүҙем һәм берҙән-бер саф башҡорт үҙәге. Әйткәндәй, тәүге рәйесе, нигеҙ һалыусыһы — атаһы — Салауат районы уҙаманы Әнүәр Хәйрулла улы Аҙнабаев. Ә егет үҙе етәксе вазифаһына былтыр һайланған.
Үҙәктең тырышлығы менән 1991 йылда балаларҙы һәм өлкәндәрҙе башҡорт теленә өйрәтеү маҡсатында йәкшәмбе мәктәбе асҡан булғандар, әммә ике йылдан һуң, милләттәштәребеҙҙең ҡаланан күпләп китеүе сәбәпле уҡытыусыһыҙ ҡалғас, уны ябырға тура килгән. Әле йәкшәмбе мәктәбен тергеҙеү уйы менән яналар.
Бөгөн өлкәлә башҡорттар күп булмаһа ла, “Салауат” үҙәге әүҙем эшләй. Һабантуйҙар, Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғарыла. Милли көрәш иһә спортсы егеттәр ихлас шөғөлләнгән һәм тамашасылар яратып ҡараған ярыш төрөнә әүерелгән. Үҙешмәкәрлек буйынса ла эш яйлы бара: махсус төркөм булдырғандар, балаларҙы йырға, бейеүгә өйрәтәләр, үҙҙәренең ҡурайсылары һәм гармунсылары ла булған заманында. Әйткәндәй, ҡурайға өйрәтер өсөн Өфөнән махсус белгес саҡыртҡандар.
Үҙәк республикабыҙ, шулай уҡ Башҡортостандың Ҡаҙағстандағы вәкиллеге менән бәйләнеш булдырған. Урал Аҙнабаев әйтеүенсә, уларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һәм республиканың Мәҙәниәт министрлығы ярҙам итә. Уҡыу әсбаптары, китаптар, тарихи әҙәбиәт, музыкаль дисктар килеп тора.
— Быларҙан тыш, “Ковчег” сәнғәт мәктәбе һәм өлкәнең тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән тығыҙ бәйләнеш булдырҙыҡ. Күп тапҡыр милли көнкүреш әйберҙәре, аш-һыу һәм кейемдәр күргәҙмәһе ойошторҙоҡ. Милли аҙыҡ-түлек конкурсында үҙәгебеҙҙең һәр саҡ призлы урын яулауына аптырайһы түгел — башҡорттоҡо кеүек тәмле ризыҡты ошоғаса татыған юҡ әле, — ти Урал Аҙнабаев.
Рәйестең билдәләүенсә, “Салауат” үҙәге фәҡәт Эльвира Рахманова, Люциә Ҡалхаманова, Рәмил Этҡолов, Рафаэль Зарафетдинов, Хисамовтар, Ширияздановтар, Әбүбәкировтар, Сафиндар, Бикбовтар, Хисмәтуллиндар, Ишкилдиндар һәм Байбулатовтар ғаиләләре кеүек әүҙемселәрҙең тырышлығы арҡаһында уңышҡа өлгәшә.
Тыуған ерен ситтә танытаУралдың “Башҡортостан-Ҡаҙағстан” сауҙа йорто былтыр асылған. Маҡсаты — Манғыштау өлкәһе халҡын беҙҙең республикала етештерелгән тауар менән тәьмин итеү. Әлеге ваҡытта улар республиканың дүрт-биш предприятиеһы менән эшләй, беҙҙә сығарылған төрлө ҡорамалдарҙы һата. Бөгөнгә Өфө, Күмертау, Ишембай ҡалаларының ҡайһы бер предприятиелары менән хеҙмәттәшлек яйға һалынған. Стәрлетамаҡ, Туймазы ойошмалары менән дә килешеү төҙөргә йыйыналар. Ҡорамалдарҙан тыш, өй һәм офис өсөн Ишембай һәм Салауат ҡалаларында етештерелгән йыһаздарҙы ла тәҡдим итәләр.
— Башҡортостан — иҡтисади яҡтан алға киткән төбәк. Нефть, химия, машиналар эшләү кеүек тармаҡтар өсөн ҡорамалдар етештереү буйынса ул Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә. Ҡаҙағстан өсөн дә бик кәрәк Башҡортостан тауарҙары. Бында ла нефть табыла, иҡтисад көндән-көн үҫешә бит. Беҙҙең сауҙа йорто — ике араны бәйләүселәрҙең береһе, — ти директор.
Урал Әнүәр улы Аҡтау ҡалаһында “Башҡортостан” сауҙа-күргәҙмә үҙәген дә булдырырға теләүен белдерҙе. Бында аҙыҡ-түлек, халыҡ ҡулланыуы, химия сәнәғәте, еңел сәнәғәт тауарҙары менән сауҙа итеү, ауыр сәнәғәт ҡорамалдары күргәҙмәһен ойоштороу һәм туризм, белем биреү буйынса төрлө хеҙмәттәр тәҡдим итеү инәсәк. Проект тормошҡа ашһа, яңы эш урындары булдырыласаҡ һәм, әлбиттә, Башҡортостандың тышҡы сауҙа күләме лә артасаҡ. Был иһә ике республиканың да ҡаҙнаһына өҫтәмә табыш сығанағы асылыуына һәм төбәгебеҙҙең абруйы артыуына килтерәсәк. Әлбиттә, хыялдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн эшләйһе лә эшләйһе. Республикабыҙ яғынан да ярҙам кәрәк, әммә Урал әле ҡулынан килгәндең барыһын да үҙе эшләй, хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтергә лә әҙер.
Көрәш — мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшөУрал Аҙнабаевтың тағы бер башланғысы тураһында әйтмәй булмай. Ул Аҡтауҙа милли көрәш буйынса федерация булдырырға йыйына, сөнки Ҡаҙағстанда, беҙҙәге кеүек, спорттың был төрөн хөрмәт итәләр һәм яраталар. Төрлө кимәлдәге турнирҙар йыш уҙғарылып тора.
— Башҡорт халҡы өсөн көрәш бик мөһим. Ул — спорт ҡына түгел, ә милли мәҙәниәтебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө. Кешелә көс, түҙемлек, үҙ мөмкинлектәреңә ышаныс тыуҙыра, сәләмәт тормошҡа өйрәтә һәм ата-бабалар йолаһына хөрмәт уята көрәш, — ти Урал. — Яңыраҡ ҡына Башҡортостанда Билбау көрәше буйынса ойошторолған донъя кубогына бер көрәшсе менән килдек. Федерация булдырһаҡ, үҙебеҙҙә лә ҙур саралар уҙғара, күберәк спортсылар менән бәйгеләрҙә ҡатнаша аласаҡбыҙ.
Билбау көрәше буйынса федерацияны декабрь айҙарында булдырырға йыйына ул. Исем туйына Билбау көрәше буйынса Бөтә Рәсәй федерацияһы президенты Морис Йосоповты ла саҡырырға теләйҙәр.
Ғаилә хәленә килгәндә, Урал кәләше Эльвира менән Эвелина исемле ҡыҙ үҫтерә. Өйҙә мөмкин тиклем башҡортса һөйләшәләр. Ҡыҙы, сит яҡта тыуып үҫһә лә, үҙенең башҡорт балаһы икәнлеген белә, туған телендә китаптар уҡый, йырҙар өйрәнә.
— Әле әсәйем, туғандарым Башҡортостанда йәшәй. Әлбиттә, тыуған яҡ үҙенә тарта. Өлкәнәйгәс, ҡайтып төпләнергә уйлайбыҙ. Тик мин әле бында кәрәк. Ситтә йәшәһәк тә, бындағы милләттәштәребеҙ менән бер-беребеҙгә терәк-таянысбыҙ, — ти ул.
Әлфиә ӘЙҮПОВА