Ишбулдыларға кем иш булыр?22.11.2012
Ишбулдыларға кем иш булыр?Ысын дуҫ ауыр саҡта һынала, тигәндәре раҫ шул — Әбйәлил районының Ишбулды урта мәктәбе коллективы был юлы ла гәзитебеҙгә дәррәү яҙылды.

Алдынғы белем усағында сифатлы белемгә ынтылыш менән бер рәттән уҡыусыларҙың сәләмәт тормошона ҙур иғтибар бүленә. Бында оҙаҡ йылдар милли көрәш секцияһы уңышлы эшләй, балалар шулай уҡ шахмат, волейбол, теннис түңәрәктәрендә ихлас шөғөлләнә. Спорттың был төрҙәре буйынса ишбулдылар районда йыл да беренселекте яулай. Милли көрәш буйынса Рәсәй чемпионы Өлфәт Шөғөров — мәктәптең оло ғорурлығы. Юғары категориялы педагог Айрат Хәлисов ағастан юнып, семәрләп яһаған эштәре менән республикала ғына түгел, Рәсәйҙә киң билдәлелек яуланы. Уның уҡыусылары ла алтын ҡуллы: район, республика кимәлендәге төрлө ярышта алдынғылыҡты бирмәйҙәр.
Мәктәп директоры Айбулат Хәйбуллиндың әйтеүенсә, “Башҡортостан” гәзите — белем биреү һәм тәрбиә эшендә ҙур ярҙамсы.
— Төп милли баҫмабыҙ менән күптән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ, — ти ул. — Гәзиттә баҫылған мәҡәләләрҙе уҡытыусыларыбыҙ дәрестә генә түгел, кластан тыш сараларҙа, ата-әсә менән йыйылыш үткәргәндә киң файҙалана. Айырыуса “Асыҡ дәрес” рубрикаһында донъя күргән яҙмаларҙы, “Тубырсыҡ” махсус битен яратып ҡабул итәбеҙ. Абруйлы гәзиттә ауылдашыбыҙ Нәсих Хәлисовтың оҙаҡ йылдар уңышлы эшләүенә сикһеҙ ғорурланабыҙ.
“Башҡортостан”ға теләктәребеҙ ҙә бар: бөгөнгө ауыл, мәктәп тормошон сағылдырған ҡыйыу һәм тос яҙмалар күберәк булһын ине. Тәнҡит тә һәр саҡ урынлы.
Кәримә УСМАНОВА
Әбйәлил районы.


Вернуться назад