Еңеүсегә —путевка!22.11.2012
2013 йылдың тәүге яртыһына матбуғатҡа яҙылыу бара. Бөгөндән үк “Башҡортостан”ға яҙылып ҡуйырға ашығығыҙ, дуҫтар! Редакция уҡыусыларға матур бүләктәр ебәреүен дауам итә.

Беҙгә квитанция күсермәһен һалып ебәргәндәр “Башҡортса дини календарь” ала башланы ла инде. Унан тыш, декабрь аҙағында ошо уҡ квитанциялар буйынса йәрәбә менән бүләктәр уйнатыласаҡ. Бүләктәр тос: сәй сервизы, картина һәм электр техникаһы — бырау, үтек, сәйнүк.

* * *
“Коллектив менән — “Башҡортостан”ға!” бәйгеһе лә дауам итә. 30 декабргә ҡәҙәр тотош коллектив менән яҙылған мәктәп йә ойошмаларҙан үҙҙәре тураһында мәғлүмәт менән квитанциялар күсермәһен редакцияға ебәреүҙәрен һорайбыҙ. Төп бүләк — Октябрьский ҡалаһындағы “Бодрость” шифаханаһына бер путевка, икенсе бүләк — принтер, өсөнсөһө — спорт кәрәк-ярағы.

Гәзиткә хаҡтар түбәндәгесә:

50600 индексы — 706 һум 32 тин;
31805 индексы — 146 һум;
Электрон версия — 150 һум.
Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!


Вернуться назад