Декабрҙең икенсе шәмбеһенән Өфөлә ит йәрминкәләре башланасаҡ. Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин матбуғат конференцияһында ошо хаҡта хәбәр итте.
— Ауыл хужалығы етештереүселәрен, фермерҙарҙы сарала әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ, — тине ул. — Көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләренең төп өлөшө 15 сентябрҙән 28 октябргә тиклем ҡалалағы 17 майҙанда үтте, унда республиканың 40-тан ашыу районы ҡатнашты, 24-е ылау ебәрҙе. Йәрминкәләргә 250 мең самаһы кеше килде.
Марат Мөҙәрис улы әйтеүенсә, ун алты көн эсендә 20 меңдән ашыу машина аҙыҡ-түлек ташыған. Йәрминкәләрҙә 22 мең сауҙа урыны ойошторолған булһа, уларҙан 650 миллион һумлыҡ аҙыҡ-түлек һатылған.
Ҡала халҡы картуф, йәшелсә, ит, балды ҙур теләк менән ала. Ҡулланыусылар баҙары идаралығы вәкилдәре билдәләүенсә, быйыл картуф менән йәшелсә былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ үтә.
Ит йәрминкәләре лә ҡалалағы 17 майҙанда ойоштороласаҡ һәм 30 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Л. ДӘҮЛИЕВА.