Йыл башынан алып Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығына торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре буйынса 520 миллион һумлыҡ бурысты түләтеүгә 35 меңдән ашыу суд ҡарары ебәрелгән. Ошо ваҡыт эсендә приставтар 11 меңдән ашыу ҡарар буйынса 150 миллион һумды түләткән.
Мәҫәлән, Ҡалтасы районында йәшәгән ғаилә урындағы Торлаҡ фонды идаралығына коммуналь хеҙмәт өсөн 45 мең һум аҡсаны түләп еткермәй. Суд ҡарары нигеҙендә райондың суд приставтары бүлеге тарафынан башҡарыу эше ҡуҙғатылғас, законға ярашлы, бурыслыларға аҡсаны түләү өсөн ваҡыт билдәләнә, әммә улар был талапты үтәмәй. Приставтар бөтә көнкүреш техникаһын тартып ала. Ошондай саранан һуң ғына ғаилә башлығы бурысты түләй.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә иҫкәртеүҙәренсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ алдындағы бурысты ваҡытында ҡапламаған кешеләр Рәсәйҙән ситкә сыға алмай. Ял осоронда айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә булған был мәсьәлә буйынса 40-тан ашыу ҡарар ҡабул ителгән.
И. ҒӘЛИЕВ.