Бөтә донъя телевидение көнө айҡанлы тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов тәбрикләне.
“Хәҙерге тормошто телевидениеһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Күп йылдар дауамында ул мәғлүмәт сығанаҡтары араһында алдынғы урынды биләй, — тиелә ведомствоның сайтындағы ҡотлауҙа. — Байрам күптән түгел генә билдәләнә башлаһа ла, уның тарихына — 80 йыл. Ә Башҡортостан телевидениеһы быуатлыҡ тарихҡа эйә. Ул әле лә йылдам үҫеш кисерә. Күптән түгел генә “БЮТ” һәм “Тамыр” телеканалдары үҙҙәренең 10 һәм 20 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләне”.
Бөгөн телевидение даими үҫә, үҙгәрә, ти Борис Мелкоедов. Атап әйткәндә, һанлы телетапшырыуҙар буйынса күләмле проект тормошҡа ашырыла башланы. Был хатта төпкөл ауылдарҙы ла сифатлы телесигнал менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.
“Йәмғиәттең һәм властың бөтә ҡатламдарында уңышлы бәйләнеш һеҙҙең көндәлек хеҙмәтегеҙгә бәйле, — ти Агентлыҡ башлығы, тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына мөрәжәғәт итеп. — Хөрмәтле коллегалар, һеҙҙең артабан да ваҡиғаларҙың уртаһында ҡалыуығыҙҙы, тормошто бөтә яҡлап сағылдырыуығыҙҙы, һәр саҡ объектив, йылдам эш итеүсе, ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле булып ҡалыуығыҙҙы теләйем”.
М. ӘМИНЕВА.