Тормош алға бара, техник мөмкинлектәр арта: юл хәрәкәтен хәҙер видеокамералар күҙәтә. Тик беҙҙең Рәсәй халҡы, юлда инспектор тормағас, иркенләп ҡалырға тырыша. Шуның өсөн эскән килеш руль артына ултырыусылар күбәйҙе.
Тәртип һаҡсылары күҙәтеп торһа, машина йөрөтөүселәр ҡағиҙәләрҙе боҙмаҫҡа, эсмәҫкә тырышыр ине. “Яңылыҡтар” тапшырыуында көн һайын иҫеректәр яһаған авариялар тураһында һөйләйҙәр. Һуңғы ваҡытта ундай осраҡтар айырыуса йышайҙы.
Юл ҡағиҙәләре беҙгә түгел, ә автоинспекторҙар өсөн яҙылған тип ҡабул итәбеҙ: уларҙы боҙабыҙ, ҡайышты эләктермәйбеҙ, светофорҙы күрмәйбеҙ... Октябрҙәге мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Рәсәйҙә йыл башынан 20 мең кеше юл һәләкәте ҡорбаны булған. Был бер ҡала халҡы тигән һүҙ.
Ошондай шарттарҙа халыҡтың ғүмерен һаҡлар өсөн автоинспекторҙар һанын арттырырға кәрәк. Ә депутаттар ни өсөн һаман да язаны ҡатыраҡ итеү тураһында ғына баш вата?
Р. БАРЫЕВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.