Белемлеләр күктә осор22.11.2012
Хәрби-Һауа көстәренә – 100 йыл. Ошо уңайҙан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән махсус юбилей миҙалы булдырылды. Өфөләге Конгресс-холда үткән тантанала республикабыҙҙа Ҡораллы Көстәрҙең аэро-космик тармағы үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәргә ошондай награда тапшырылды.

Борон-борондан кеше күккә осоу, Йыһанды айҡау хыялы менән янған, йылдар, быуаттар буйы ошо ниәтен бойомға ашырырға тырышҡан. Үҙенең аҡылы, көсө менән Йыһан киңлеген буйһондорған да.
Сараға Рәсәйҙең Йәмәғәт наградалары буйынса Президиумы рәйесе, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Виктор Горбатко, Рәсәйҙең Космонавтика федерацияһы президенты, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Владимир Коваленок һәм башҡа ҡунаҡтар килгәйне.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе, илебеҙ батырҙарының Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәтеүе хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, штурмлаусы булараҡ, һуғышта 200-ҙән ашыу осош яһап, дошман көстәренең шаҡтай өлөшөн ҡыйратҡан.
Бүләкләнеүселәр араһында хеҙмәте менән илебеҙ ҡеүәтен, авиация сәнәғәтен үҫтереүгә, нығытыуға төс өлөш индергән төрлө һөнәр эйәләре бар ине: конструкторҙар, инженерҙар, осоусылар... Күмертау авиация етештереү предприятиеһының идара директоры Сергей Микрюков, осоусы-һынаусы Александр Копейчик, инженер-металлург Борис Малышев, Өфө агрегат етештереү берекмәһенең генераль директоры Юрий Порошин, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Морат Ғөзәйеров миҙал алыуға ифрат ҡәнәғәт ине.
“Был миҙалды хеҙмәтемә ҙур баһа сифатында ҡабул итәм”, – тип ҡыуанысын белдерҙе осоусы-һынаусы, космонавт Урал Солтанов.
И. ХАҠОВ.


Вернуться назад