Өфө табиптарына таянырға мөмкин22.11.2012
— Эшен яҡшы белгән медицина хеҙмәткәрҙәре булмаһа, хатта иң алдынғы ҡорамалдарҙың һәм яҡшы ремонттың да файҙаһы күренмәйәсәк, — тине Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев Өфө ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау системаһына 90 йыл тулыуға арналған кисәлә.

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтың әйтеүенсә, Өфөлә халыҡҡа тейешле медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн ҡорамалдар ҙа, тәжрибәле табип һәм шәфҡәт туташтары ла етерлек.
— Һуңғы дүрт йылда демография күрһәткестәре буйынса Өфө илдә алдынғылыҡты бирмәй. Тағы ла сабыйҙар һәм әсәләрҙең үлем осрағын кәметеүгә, эшкә яраҡлы граждандарҙың ғүмер оҙайлығын арттырыуға өлгәштек, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалауҙа һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеүҙә яҡшы һөҙөмтәләр бар. Һуңғы ике йылда ғына ҡалала дүрт сәләмәтлек үҙәге, бер нисә поликлиника, беренсел онкология үҙәктәре асылды. Улар тулы ҡеүәтенә эшләһен, халыҡҡа файҙа килтерһен өсөн тәжрибәле табиптарҙың, урта һәм кесе медицина хеҙмәткәрҙәренең булыуы мөһим. Табиптарға яңы йүнәлеш буйынса белем алырға ярҙам итеү маҡсатында һуңғы өс йылда ҡала бюджетынан аҡса бүленә. Байтаҡ белгесебеҙҙең һөнәри оҫталығы Рәсәй кимәлендә баһалана, — тине Ирек Ишмөхәмәт улы.
Юбилей кисәһендә хеҙмәт алдынғылары "Башҡортостандың атҡаҙанған табибы" тигән маҡтаулы исем һәм Почет грамотаһы алды. Һуңынан "Йыл табибы" тигән ҡала конкурсының 16 йүнәлеше буйынса еңеүселәрҙе бүләкләнеләр.
Н. РАФИҠОВА.


Вернуться назад