Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты Раевкала “Яңы федераль дәүләт белем биреү стандарттарын уҡыу йорттарына индереүҙе һәм тормошҡа ашырыуҙы методик яҡтан тәьмин итеү” тигән темаға кәңәшмә үткәрҙе. Унда Әлшәйҙән генә түгел, күрше райондарҙан да уҡытыусылар, мәктәп директорҙары, методистар, мәғариф бүлеге етәкселәре ҡатнашты.
Мөһим сараның был төбәктә үтеүе осраҡлы түгел. Әлшәйҙә мәктәптәрҙең, балалар баҡсаларының, мәктәптән тыш учреждениеларҙың матди базаһын нығытыуға, уларҙа уҡытыу-тәрбиә эшен яҡшыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында уҡ райондың мәғариф учреждениелары “Матур мәктәп” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Ошо йола бөгөн дә дауам итә. 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса туғыҙ учреждение, “Санкт-Петербургтағы Европа йорто” грантына лайыҡ булып, аҡсалата бүләк алды. Еңеүселәр Санкт-Петербург – Финляндия – Швеция – Эстония маршруты буйлап халыҡ-ара семинарҙа ҡатнашты.
Район һәм мәктәп етәкселәре, педагогик коллективтар уҡыусылар араһында физкультураны һәм спортты үҫтереү буйынса маҡсатҡа ярашлы эш алып бара. Спорттың 40 төрө буйынса секциялар, түңәрәктәр, клубтар ойошторолған. Еңел атлетика, ат спорты, волейбол, футбол, баскетбол, хоккей, милли көрәш, саңғы, ауыр атлетика, гер күтәреү, шахмат, теннис менән шөғөлләнергә теләүселәр күбәйгәндән-күбәйә. Һөҙөмтәләр ҙә һәйбәт: йәш быуын вәкилдәре араһынан республика, ил һәм донъя чемпиондары үҫеп сыҡты. Район үҙәгендәге спорт һарайында көнөнә 900-гә яҡын бала шөғөлләнә. Бында тренерҙар һанын кәметмәйҙәр, киреһенсә, тәжрибәле, спортта дан ҡаҙанған белгестәр эшкә йәлеп ителә.
2010 йылдан Раевка ауылының 4-се мәктәбендә башланғыс кластарҙа федераль дәүләт белем биреү стандарттарын индереү буйынса тәжрибә үткәрелә башланы.
Мәғарифты үҫтереү институтының күсмә координация советы ултырышында ҡатнашыусылар яңы стандарттарҙы индереүгә һәм уларҙы ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелгән дәрестәрҙе ҡараны, анализ яһаны, фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Яңы дәүләт стандарттарын бөтә мәктәптәрҙә лә бер кимәлдә индереү ҡаралған, әммә тормош икенсерәк хәл итеүҙе талап итә. Был бигерәк тә ауыл мәктәптәренә ҡағыла. Әйтәйек, бәләкәй комплектлы мәктәптә ике-өс класс менән бер уҡытыусы эшләй, төрлө предметтар уҡытыла, балаларҙың белем кимәле лә төрлөсә. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә бер предмет буйынса ике-өс класс уҡыусыларын бергә ултыртып дәрес биреүселәр бар. Ундайҙар өсөн методик йәки ҡулланыу әсбаптары бөтөнләй эшләнмәгән. Был уҡытыусылар дәүләт стандарттарын нисек тормошҡа ашырырға тейеш? Ул бит ҡоро хыял булып ҡына ҡаласаҡ.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.