Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе сайты Пенсияны дәүләт менән берлектә финанслау программаһында ҡатнашыусыларға хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөнә өҫтәмә страховка иғәнәләрен түләү өсөн квитанция сығарып алыу мөмкинлеген бирә.
Квитанцияны тултырыу маҡсатында “Өҫтәмә страховка иғәнәһе түләү өсөн квитанцияны баҫтырыу” баннерын файҙаланырға һәм “Электрон хеҙмәттәр” менюһы пунктын һайларға кәрәк.
— Башҡортостанда 260 меңдән ашыу кеше пенсияның тупланма өлөшөн дәүләт менән берлектә финанслау программаһында ҡатнашып тулыландыра. Әле улар үҙҙәренең иҫәбенә 428 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән, — тип хәбәр итте Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса идарасыһы Фоат Хантимеров. — Ҡатнашыусыларҙың 68 проценты аҡсаһын эш биреүселәр аша күсерә, ә ҡалғандар кредит ойошмалары ярҙамында үҙаллы түләй.
Электрон хеҙмәттең яңы төрөнән файҙаланыу өсөн пенсия фонды идаралығына барыуҙың кәрәге юҡ.
Ғ. ХӘБИРОВ.