Һәр һорау — иғтибар үҙәгендә22.11.2012
Рәсәй Президентының Башҡортостандағы йәмәғәтселекте ҡабул итеү бинаһы белгестәре Мәләүез районындағы Ергән һәм Воскресенск ауылдары халҡының мөрәжәғәттәрен ҡараны.

Һорауҙарҙың күпселеге йорт һалыу өсөн участка һәм ер пайы бүлеүгә бәйле ине. Ҡайһы берҙә хакимиәт вәкилдәре, буш ерҙең булмауына һылтанып, участка биреүҙән баш тартҡан.
Воскресенск ауылында йәшәүселәрҙең береһе бина бүлеүҙә ярҙам һораны. Ҡасабала ул һатып алырға һәм файҙаланырға теләгән бина бына ете йыл инде буш тора, ләкин бер тапҡыр ҙа сауҙалашыуға ҡуйылмаған.
Ергән ауылындағы Төньяҡ биҫтә халҡы йорттарға коммуникация үткәрелмәүгә зарланды: үҙәктән һыу килмәй, электр энергияһы менән тәьмин итеүҙә йыш ҡына өҙөклөктәр була, юл насар, сүп-сар ситкә сығарылмай. Шул уҡ ваҡытта ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан етерлек аҡса бүленгән, эш быйыл тамамланырға тейеш.
Ҡабул итеү барышында районда гемодиализ ҡорамалдарына бәйле мәсьәлә күтәрелде. Кешеләр, юлға аҡса түләп, Стәрлетамаҡҡа һәм Салауатҡа дауаланырға йөрөргә мәжбүр. Шәкәр диабеты менән сирләгән баланың ата-әсәһе дауалау учреждениеһында тест-таҫмалар һәм инсулинлы шприцтарға энә менән тәьмин итеүҙән баш тартыуҙарын әйтте.
Мәләүез халҡы ҡалала бер генә стадион да булмауға зарланды. Үҫмерҙәр өсөн футбол, спорт майҙансыҡтары юҡ, һөҙөмтәлә йәштәр араһында енәйәтселек үҫә. Иҫке стадионды төҙөкләндерергә, ҡойма менән уратырға, яһалма сиҙәм түшәргә кәрәк. Был хаҡта Рәсәй Президенты исеменә мөрәжәғәт яҙылған.
Мәләүез ҡалаһында йәшәгән оло йәштәге ханым ҡартлыҡ буйынса пенсияны түләп еткермәүҙәренә зарланды. Әммә мәсьәләне тикшереү барышында суд приставтарының пенсионерҙан ошо рәүешле бурысын түләтеү маҡсатында законлы эш итеүе асыҡланды.
Ауылдарҙың береһендә берҙән-бер һыу ятҡылығының ҡоротолоуына, янғын сыға ҡалһа, һүндереү өсөн һыу булмауға ялыу менән килеүселәр ҙә бар ине. Шулай уҡ йәш ғаиләләрҙең, пенсионерҙарҙың социаль тәьминәтенә, педагогик хеҙмәткәрҙең аттестацияһына, Рәсәй гражданлығы алыуға бәйле үтенестәр булды.
Бөтә һорауҙар буйынса аныҡ аңлатма бирелде. Иң әһәмиәтлеләрен белгестәр контролгә алды. Ҡайһы бер мөрәжәғәттәр сара күреү өсөн компетентлы органдарға тапшырыласаҡ.
А. ХӘЛИЛОВ.



Вернуться назад