Үҙ хәбәрсе менән иҫәпләшмәгәс...22.11.2012
Байтаҡ ваҡыт үтһә лә, үҙ хәбәрсе булған йылдарым бөгөн дә күҙ алдымда. Миңә “Совет Башҡортостаны” гәзитенең Фәтҡулла Комиссаров, Мөхтәр Тимербулатов, Фәтих Абдуллин, Хәмит Шәрипов, Ғәлим Хисамов, Ильяс Иҫәнбаев, Шәйхелислам Айсыуаҡов кеүек иң яҡшы үҙ хәбәрселәре менән эшләү бәхете тейҙе. Журналистың тормошо ла, хеҙмәт юлы ла еңелдән түгел. Шул уҡ ваҡытта ул ҡыҙыҡ та.

Бер ваҡыт шулай, үҙем Учалыла йәшәһәм дә, Баймаҡ районына ураҡҡа әҙерлекте тикшерергә ебәрҙеләр. Райкомдың беренсе секретары Милләт Ташбулат улы Хәкимов өйҙә юҡ ине, күрәһең, сөнки Сибайҙағы тимер юл вокзалында бер кем дә ҡаршыламаны. Беҙгә ни, өйрәнәһе түгел — рейс автобусына эләктем дә Баймаҡҡа киттем. Бында ла ҡаршылаусы күренмәне.
Райкомдың икенсе секретары Пономарев менән осраштыҡ. Минең менән ҡырыҫ-мырыҫ, теләр-теләмәҫ кенә һөйләшкәнен һиҙеп ҡалдым да уның тонына күстем һәм хужалыҡтарҙа ураҡҡа әҙерлекте тикшереп сығыу өсөн машина таптыра башланым.
— Машина юҡ, — ти теге. — Бөтәһе лә иртүк колхоз-совхоздарға китеп бөттө.
Асыҡ тәҙрә янына барҙым да:
— Ә былары бөгөн ял итәме, әллә ремонттамы? — тип эйәк менән тышҡа ымлайым.
— Уларҙың бара торған ере бар, — тип, секретарь күҙен дә йоммай алдай.
— Ана шуларҙың береһе менән кискә тиклем йөрөп ҡайтайым, булмаһа. Миңә теләһә ниндәй хужалыҡҡа барһам да ярай, сөнки һеҙҙең яҡта булғаным юҡ.
— Әйттем бит, уларҙың бараһы ере бар. Ниңә һағыҙаҡ һымаҡ йәбештең әле?
Ярһыуымды кеҫәмә һалдым да, тыныс булырға тырышып:
— Хуш, абзый, тик һуңынан үпкәләштән булмаһын! — тип, ишеген тәҙрәләре сыңлағансы шартлатып ябып, урамға сыҡтым. Ҡала ситендә үткән-һүткән машиналарға ҡул күтәреп, шуларҙың береһенең кузовына “эләгеп”, Мерәҫ ауылында яңы ғына ойошторолған “Таналыҡ” колхозына юл тоттом. Тау битләүен төйәк иткән матур ғына ауылдың уртаһынан сылтырап шишмә ағып ята, идара йорто мөйөшөнә ҡыҙыл әләм беркетелгән. Тирә-яҡта таҙалыҡ, күркәмлек күҙгә ташлана, күтәрмәгә “боевой листок”, колхоздың быйылғы ураҡҡа социалистик йөкләмәһе эленгән.
Колхоз рәйесе һәм партбюро секретары менән бер аҙ һөйләшеп ултырғас, улар мине икәүләп “Йылайыр” совхозына илтеп ҡуйҙы. Кискә ҡарай Карл Маркс колхозында инем. Өс көн эсендә тағы ла ике-өс хужалыҡта булып, ыңғай яҡтар менән кәмселектәрҙе лә күрһәтеп, тәнҡит мәҡәләһе яҙҙым. Ул бер аҙнанан донъя күрҙе.
КПСС Өлкә Комитетының сираттағы пленумында эргәмә Баймаҡ райкомының беренсе секретары Милләт Хәкимов килде лә үпкәләгән төҫ менән:
— Баймаҡтар әлегә тиклем бер кемгә лә ал бирмәне, — тине. — Журналистарҙың тәнҡитенә эләкмәй торғайныҡ. Ә һин тәүге килеүеңдә үк тетмәбеҙҙе теткәнһең. Быны нисек аңларға?
— Әллә дөрөҫ яҙылмағанмы гәзиттә?
— Дөрөҫөн-дөрөҫ тә ул, ләкин...
— Ә ҡалғанын үҙеңдең икенсе секретарыңдан һора, — тинем дә китеп барҙым.
Партияның ҡышҡы отчет-һайлау конференцияһы делегаттары араһында Пономаревтың кандидатураһы юҡ ине. Мөхәмәтша Буранғолов әйтмешләй: “Яҙыусылар һауа торошон билдәләмәй, әммә уны боҙа ала”.
Ризван ХАЖИЕВ,
“Совет Башҡортостаны”ның элекке хеҙмәткәре.


Вернуться назад