Ниндәй документтар кәрәк?22.11.2012
Кредит хәле һаҡланған бюро тураһында мәғлүмәттәр һораған кешенең шәхесен асыҡлау өсөн түбәндәге документтар тапшырылырға тейеш:

— кредит хәле субъекты булған физик шәхес, шул иҫәптән шәхси эшҡыуар өсөн: Рәсәй Федерацияһы гражданының паспорты йәки ҡануниәткә ярашлы шәхесте раҫлаусы башҡа документ;
— вәкил өсөн: шәхесте раҫлаусы документтан тыш, тейешле вәкәләттәргә эйә булыу хаҡында Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы тултырылған бүтән документ;
— кредит хәле субъекты булған юридик шәхес өсөн: юридик шәхестең дәүләт теркәүе үткәнлеге тураһындағы таныҡлыҡ;
— вәкил өсөн: шәхесте раҫлаусы документтан тыш, тейешле вәкәләттәргә эйә булыу хаҡында Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы тултырылған бүтән документ (ышаныс ҡағыҙы, юридик шәхесте ойоштороусыларҙың дөйөм йыйылышы протоколы һ.б.);
— кредит хәленән файҙаланған шәхси эшҡыуар йәки юридик шәхес өсөн: шәхесте раҫлаусы документ һәм физик шәхестең шәхси эшҡыуар сифатында дәүләт теркәүе үтеүе тураһындағы таныҡлыҡ.

Шәхесте раҫлаусы документтар исемлеге:


— Рәсәй Федерацияһы гражданының паспорты — 14 йәше тулған Рәсәй гражданы өсөн;
— ЗАГС органдарынан, башҡарма власть йәки урындағы үҙидара органынан граждандың тыуыуы тураһындағы таныҡлыҡ — 14 йәше тулмаған Рәсәй гражданы өсөн;
— шәхес таныҡлығы — офицерҙар, прапорщиктар һәм мичмандар өсөн;
— хәрби билет — сержанттар, старшиналар, һалдаттар һәм матростар, шулай уҡ һөнәри белем биреүсе хәрби мәғариф учреждениелары курсанттары өсөн;
— моряк паспорты — сит илдәргә йөҙгән йәки сит ил судноларында эшләгән Рәсәй граждандары, уҡыу йорттары курсанттары өсөн;
— сит ил гражданының паспорты йә иһә федераль закон йәки Рәсәйҙең халыҡ-ара килешеүҙәренә ярашлы сит ил гражданының шәхесен раҫлаусы тип билдәләнгән башҡа документ;
— сит ил дәүләте тарафынан бирелгән һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара килешеүенә ярашлы гражданлығы булмаған кешенең шәхесен раҫлаусы тип танылған документ;
— гражданлығы булмаған кешенең ваҡытлыса йәшәп тороуына рөхсәт ҡағыҙы;
— федераль закон менән ҡаралған йәки Рәсәйҙең халыҡ-ара килешеүҙәренә ярашлы гражданлығы булмаған кешенең шәхесен раҫлаусы тип танылған башҡа документтар;
— иммигрантты ҡасаҡ тип таныу тураһындағы юлламаны теркәү хаҡындағы таныҡлыҡ;
— ҡасаҡ таныҡлығы;
граждандың ваҡытлыса шәхес таныҡлығы;
— вәкәләтле органдар тарафынан бирелгән бүтән документтар.
Водитель таныҡлығы шәхесте раҫлаусы документтар иҫәбенә инмәй.
Финанс министрлығы
мәғлүмәттәрен файҙаланып,
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Вернуться назад