Изге урын буш тормай22.11.2012
Рәсәй иҡтисадын гастарбайтерҙар күтәрерме?

Матбуғат саралары, сәйәси партиялар, йәмәғәт ойошмалары саң ҡаға: берәүҙәрҙе илде мигранттар баҫыуы һағайтһа, икенселәр, киреһенсә, эшсе көс етмәүгә зарлана. Быуат урталарында ситтән килеүселәр менән төп халыҡ нисбәтенең тигеҙләшеү мөмкинлеген фаразлаусылар ҙа бар. Белгестәр фекеренә, үҙәк матбуғат, Интернет селтәре мәғлүмәттәренә таянып, беҙ ҙә күптәрҙе борсоған һорауҙарға яуап эҙләп ҡарайыҡ. Ысынлап та, гастарбайтерҙар Рәсәй иҡтисадын күтәрерме? Киләсәктә мигранттар төбәгенә әйләнеп, Европа илдәре яҙмышын ҡабатламаҫбыҙмы? Ғөмүмән, ил тормошонда сит ил эшселәренең әһәмиәте, ҡатнашлығы ниндәй?

Тәүге “ҡарлуғастар”

Ситтәгеләр, шаяртып, Башҡортостанды “йәшел помидорҙар иле”, ти. Быны үткән быуаттың 70-се йылдарында республикабыҙға тәүге тапҡыр аяҡ баҫҡан “шабашниктар” ҡушҡан. Йылы яҡтан килгәндәргә ҡырыҫ тәбиғәтле Урал төбәге, һабағында ҡыҙарыусан помидорҙарҙың бында өлгөрөп етмәүе тәүҙә сәйер тойолғандыр. Уның ҡарауы, халҡының изге күңелле, ябай булыуы, бигерәк тә колхоз-совхоз етәкселеге менән “һөйләшеп”, эш табыу мөмкинлеге, аҡса муллығы тәүҙән үк ымһындырып торҙо илдең башҡа төбәгендә йәшәүселәрҙе.
Күптәрҙең хәтерендәлер: бында тәүләп килеп, төҙөлөш бригадалары ойоштороусылар Кавказ халҡы — әрмән, азербайжан, чечен, ингуштар — ине. Байтаҡтары меҫкен генә ҡиәфәттә, үҙҙәрен йәлләтеп, республикаларында эш юҡлыҡҡа зарланып, колхоз рәйестәре, совхоз директорҙарының ишеген ҡаҡты. Һүҙгә маһир, баҙар мөнәсәбәттәрен яҡшы белгән был кешеләр түрәнең дә ашағыһы, ҡиммәтле машинала йөрөгөһө килеүен яҡшы аңлай ине. Тағы шуны һәйбәт белә ине улар: хужалыҡ рәйесе туранан-тура дөйөм кассаға ҡулын тыға алмай, сөнки ревизия килеп төшөүе бар. Ә бында, отошло “уйын” тәҡдим итеп, “козырь” тоттороусылар үҙҙәре килеп сыҡты. Шулай итеп, эш объекты булдырылды, килешеү төҙөлдө, башҡарылмаған эштәргә наряд яҙылды һәм... рәйестең кеҫәһенә ошоларҙан проценттар “законлы рәүештә” инеп ята башланы. Колхоз һәм совхоздарҙың үҙҙәренең төҙөлөш бригадалары була торғайны, тора-бара уларҙы тамам тараттылар. Беҙҙең балта оҫталарын ситтән килеүселәрҙең илке-һалҡы башҡарған эштәрен, тишек-тошоғон, аҡсаһын алып киткәс тә емерелеп төшкән урындарҙы йүнәтеү өсөн генә тоттолар. Шуға ла урындағы халыҡ килмешәк төҙөүселәрҙе “шабашниктар” тип атаны.
Ике тиҫтә йыл үттеме-юҡмы, был Кавказдан килеүсе төҙөлөш бригадалары яйлап юҡҡа сыҡты. Сәбәбе — эш ауыр, хужалыҡтар 90-сы йылдарға табан бөлгөнлөккә төшә башланы. Уның ҡарауы, яңы эш урындары булдырырға форсат табылды — илдә үҙгәртеп ҡороуҙар китте. Билдәле, тәү сиратта, баҙарҙы яҡшы аңлаған йылғырҙар яңы эшкә тотондо: юл буйҙарында шашлыҡ бешереү, сауҙа нөктәләре, бәләкәй баҙарҙар барлыҡҡа килде. Тағы аҙ ғына ваҡыт үтеүгә әлеге “нөктәләр” кафеға, ашханаға, һатыу комплекстарына әйләнде. Хәҙер иһә тәүҙә килгән бер генә әрмәнде, азербайжан, чеченды төҙөлөштә күрмәҫһең. Булһалар ҙа, ойошма етәкселәре, павильон хужалары улар. Байтағы, урындағы башҡорт, татар, мәрйә ҡыҙҙарына өйләнеп, бында төпләнеп ҡалды. Шулай итеп, Башҡортостан кисәге “шабашниктар”, бөгөнгө эшҡыуарҙар өсөн икенсе тыуған илгә әйләнде. Хәҙер 70-се йылдарҙа килгәндәрҙең икенсе быуыны үҫеп етте, улар өсөн дөйөм йортобоҙ — тыуған ер. Был дөрөҫ тә, тим, сөнки беҙҙекеләр Себергә киткәндә, бындағы урындар буш ҡала. Ә тәбиғәттә бушлыҡ булмай...

Һандар ни һөйләй?

Мигранттарҙың күбеһе илгә оҙайлы ваҡытҡа, хатта бөтөнләйгә тороп ҡалырға килһә, гастарбайтерҙар күбеһенсә миҙгелле эшкә тартыла. Иртә яҙҙан ҡоштар менән бер ваҡытта киләләр ҙә, көндәр һыуыта башлағас, үҙҙәренә юлланалар. Ниндәй генә юлдар менән ағылмай улар: турист булып та, төрлө фирмалар аша ла, законлы һәм законһыҙ юлдар менән дә. Шуға статистикалағы һандарға бында килеп иҫәпкә алыныусылар ғына инә.
Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2012 йылдың туғыҙ айына, мәҫәлән, республикаға 80 меңдән ашыу кеше килгән, былтырғы ошо ваҡытҡа — 5,3 процентҡа күберәк. Килеүселәр, әйтергә кәрәк, бигүк “йылы” урын эҙләмәй, теләһә ниндәй ауыр эште лә атҡарырға риза. Рәсәй төҙөлөштәрендә уларҙың 47 проценты эшләһә, ауыл хужалығында — ете, сауҙала — 30, эшкәртеү, тауар етештереү тармағында — 11, транспорт өлкәһендә биш проценты тир түгә.
Килтерелгән һандар бында килеп эш урындары тапҡандарҙың, үҙ эшен асҡандарҙың нисбәтен күрһәтә. Ә дөйөм алғанда, йыл һайын республикаға 80 мең тирәһе мигрант аяҡ баҫа. Мәҫәлән, үткән йылдың туғыҙ айына 76 мең кеше килгән, был һан 2010 йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда ете меңгә күберәк. Шуны билдәләргә кәрәк: һандар дөйөм иҫәпте, йәғни килеп китеүселәрҙең барыһын да сағылдыра. Ә даими һәм оҙаҡ ваҡытҡа теркәлгәндәр һаны һуңғы йылдарҙа 20 мең тирәһендә тирбәлә.
Миграция хеҙмәтенең тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә быйыл 48 мең хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлһә, 12 меңе мигранттарҙың тәртип ҡағиҙәләрен үтәмәүенә бәйле. Закон боҙоусыларҙан 1330 кешегә Рәсәйгә инеү тыйылған. Район һәм ҡала судтары ҡарары буйынса 564 кеше штраф түләгән һәм үҙ иленә оҙатылған. Бөтәһе 63 миллион һумлыҡ штраф һалынған булһа, шуның 55 миллионы республика ҡаҙнаһына күсерелгән.
Рәсәйгә рәсми рәүештә 10–12 миллион мигрант (70 – 80 проценты элекке союздаш республикаларҙан) килә. Рөхсәтһеҙ инеүселәр 3–5 миллион тип фаразлайҙар, хатта ҡайһы бер эксперттар был һанды 10 миллионғаса алып барып еткерә. Һандар ҙа, фараздар ҙа, күҙаллауҙар ҙа төрлөсә.
Ниңә тейешле органдарҙа теркәлеп, бөтәһе лә законға ярашлы эшләмәй һуң? Яуап ябай: документтар тултырыу, сират мәшәҡәттәре әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмаһа ла, эш биреүсе хужалар социаль пакеттан, һалымдан, пенсия фондынан ҡасыуҙы, гастарбайтерҙарҙы осһоҙораҡ хаҡҡа көноҙоно эшләтеүҙе өҫтөнөрәк күрә. Бигерәк тә “яңы байҙар”ҙың коттеджында, башҡа шәхси эшендә бил бөгөүселәр был йәһәттән ҡулай. Әйткәндәй, Федераль миграция хеҙмәте Рәсәй Енәйәт кодексының 322-се статьяһына өҫтәмәләр индерергә тәҡдим итте: рөхсәтһеҙ миграция ойошторғандарға 300 мең һум штрафтан алып биш йылға иректән мәхрүм итеүгә тиклем яза ҡаралған.
Гастарбайтерҙар ҡайҙа яҡшы түләйҙәр, үҙҙәренең ҡайҙа йәшәгеһе килә, шунда юллана. Был инде законһыҙлыҡҡа килтерә, ришүәтселеккә юл аса. Миграция менән шөғөлләнеүсе белгестәр иһә эшсе ҡулдарҙы ихтыяж ҙурыраҡ булған яҡҡа оҙатыу яҡлы.

Һағайыуҙар. Мифтар. Ысынбарлыҡ

Килеүселәрҙе ылыҡтырған төп күрһәткес — урындағы хәлдәрҙең тотороҡлолоғо, милләт-ара татыулыҡ. Төбәктәрҙең үҫешен дә гастарбайтерға ҡарап билдәләп була. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Мәскәү өлкәһе менән бер рәттән, Башҡортостан да үҫешкән төбәктәр рәтенә инә. Тәү сиратта нимә ылыҡтыра һуң сит ил кешеһен? Әлбиттә, төҙөлөштөң киң йәйелдерелеүе. Өфөнө генә алайыҡ. Беҙ тротуарҙағы асфальтты “булыжниктар” алыштырыуын, өйҙәрҙең йөҙө үҙгәртелеүен, башҡа эштәрҙе сыбар яҙҙан ҡара көҙгәсә күрәбеҙ.
Шулай уҡ беҙҙә толерантлыҡ ҡанға һеңгән, урындағы халыҡ тыныс һәм ҡунаҡсыл. Иҡтисади, сәйәси тотороҡлолоҡ та йәлеп итә. Теләгән кешегә эштең һәр төрлөһө етерлек. Төҙөлөш, иҡтисади үҫеш булмаған төбәккә мигранттар ҙа, гастарбайтерҙар ҙа бармай. Мәҫәлән, береһе лә Псков, Тверь, Воронеж яҡтарына юлланмай, сөнки унда иҡтисад тамам көрсөккә терәлгән, ауылдар юҡҡа сыға.
“Шабашниктар”ҙың тәүге ағымы 70 – 80-се йылдарға тура килеп, улар күпмелер кимәлдә урындағы халыҡтың эшен алды. Бигерәк тә колхоз-совхоздарҙағы балта оҫталары, ташсылар бригадаларын тарҡатыуға булышлыҡ итте был. Шуға ла урындағы халыҡта әле лә гастарбайтерҙарға һағайып ҡарау бар. Мәҫәлән, “Московские новости” (2011 йыл, 17 сентябрь) яҙыуынса, мәскәүҙәрҙең өстән бер өлөшө мигранттарға кире ҡарашта. “Сова” мәғлүмәт-аналитика үҙәге директоры Александр Верховский әлеге баҫмаға белдереүенсә, тотош Рәсәй буйынса халыҡтың 35 проценты ошо уҡ фекерҙә, имеш.
Был мәсьәлә буйынса Федераль миграция хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы былтыр республикалағы 1176 кешенән һорау алған. Идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Александр Давыдов “Комсомольская правда” үткәргән матбуғат конференцияһында әйтеүенсә, халыҡтың 40 проценты мигранттарҙың файҙаһы юҡ тип иҫәпләй. Йәмғиәттең туғыҙ проценты ғына ситтән килеүселәрҙең кире йоғонтоһон күрмәй. Һорауға яуап биреүселәрҙең 39,3 проценты: “Мигранттар урындағы халыҡ эшләргә теләмәгән тармаҡта бил бөгә”, — ти. Ә бына 37,3 процент, гастарбайтерҙар Рәсәй халҡының эш урынын баҫып ала, тип уйлай.
Давыдов әйтеүенсә, рөхсәт алып эшләгән мигранттар Рәсәй иҡтисадына файҙа ғына килтерә. Һалымдарҙан тыш, улар бит төрлө хеҙмәттән дә файҙалана: магазинға йөрөй, мунса төшә, бөҙрәханаға бара... Шулай итеп, аҡсаһының байтағын бында ҡалдыра улар.
(Аҙағы бар).
Рәлис УРАҘҒОЛОВ.


Вернуться назад