Урта Мотал ауылының ер йөҙөнән юҡҡа сығыуына байтаҡ йыл үтте. Баҡыйлыҡҡа күскән ата-бабаларыбыҙҙың ҡәберлеге малдан тапалып ятмаһын өсөн 1986 йылда төрлө тарафта йәшәгән ауылдаштарыбыҙ йыйылып, зыяратты тимер кәртә менән уратып ҡуйғайныҡ.
Ул саҡтарҙы бөгөн дә яҡшы хәтерләйем. Дәүләт именлеге комитетында эшләгән ауылдашыбыҙ, полковник Йәүҙәт Исҡужин менән Маяҡтағы “Нефтехиммаш” заводының ул саҡтағы директоры Владимир Егоровҡа барып, төҙөлөш материалдары биреүен һораныҡ. Рәхмәт уға, баш тартманы. Механизациялау мәктәбе техника бирҙе, “Мораптал” совхозы директоры иретеп йәбештереү эшендә ярҙам итте. Шулай итеп, күмәкләшеп зыяратты кәртәләп ҡуйҙыҡ. Кем соҡор ҡаҙҙы, кем бағана ултыртты, ҡатын-ҡыҙ аш-һыу әҙерләне…
Хәҙер килеп ниндәйҙер вәхшиҙәр шул ҡойманы һүтеп алған. Металл һынығы итеп тапшырыр өсөндөр инде. Бындай ҡылыҡ башҡа һыйырлыҡ түгел, үлеләрҙе талау менән бер бит! Намыҫтары ғазапламаймы икән әруахтар иҫтәлеген мыҫҡыл иткән был бәндәләрҙе?! Ғәрәп илдәрендә, шәриғәт ҡанундарына ярашлы, бурҙарҙың — ҡулын, кеше үлтереүселәрҙең башын киҫәләр. Беҙҙә ундай закон булмаһа ла, мәрхүмдәрҙең рухын рәнйеткән, халыҡ ҡарғышын алып, оло гонаһҡа батҡан әҙәмдәр донъялыҡта уҡ язаһын татымай ҡалмаҫ, тим.
Ошо әрнеүле ваҡиғанан һуң ауылдашым Биктаһир Ташбулатов менән Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовҡа барҙыҡ. Ул беҙҙе һәйбәт ҡаршы алды, бер һүҙһеҙ ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Шунда уҡ шылтыратып, кәрәкле кешеләр менән һөйләшә лә башланы. Бер аҙҙан Яҡшымбәт ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәүеф Абдуллин мине зыяратҡа алып барҙы. Унда тейешле үлсәүҙәр үткәреп, күпме төҙөлөш материалы кәрәклеген яҙып алдыҡ. Шунан Әхәт Йәүҙәт улы урмансылыҡ аша төҙөлөш өсөн материалдар һөйләште.
Зыяратты уратып алырға күмәк көс кәрәк: төрлө тарафта йәшәгән ауылдаштарҙы йыйҙыҡ. Илдар Ибраһимов, Өлфәт Тимерәев, Юлай Туҡтаров, Ҡорбанғәле Сөләймәнов, Нуриман Искәндәров, Алмас Сиражетдинов, Биктаһир һәм Марат Ташбулатовтар, Рамаҙан Исҡужин, Сәйфетдин Тимерәев улдары Рауил һәм Риф менән был эштә ихлас ҡатнашты. Зыяратты кәртәләп ҡуйғандан һуң күп тә үтмәй тағы йыйылыштыҡ. Маяҡ ауылынан Миҙхәт хәҙрәт Ҡаҙаҡбаевты саҡырып, Ҡөрьән уҡыттыҡ. Изге эш хөрмәтенә ҡорбан салдыҡ. Ауыл урамында ҡаҙан аҫып аш бешерҙек, сәй ҡайнаттыҡ, ҡатын-ҡыҙ ҙа, ир-ат та йүгереп йөрөп табын хәстәрләне. Миҙхәт хәҙрәт ата-бабалар рухына бағышлап Ҡөрьән аяттары уҡыны. Ҡырҡтан ашыу ауылдашыбыҙ йыйылғайны, башҡарылған эшкә һөйөнөп, ихлас күңелдән һөйләшеп ултырҙыҡ.
Шулай итеп, йөрәкте өйкәп торған мәсьәлә бер нисә көн эсендә хәл ителде. Гәзит аша Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовҡа, шулай уҡ “Искра” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Рәмил Мостафинға оло рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Ошо эштә ихлас күңелдән ҡатнашып йөрөгән ауылдаштарыма ла ҙур рәхмәт. Ҡылған изге ғәмәлегеҙ үҙегеҙгә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын!
Ибраһим ЙӘНБИРҘИН,
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
Көйөргәҙе районы,
Маяҡ ауылы.