Имен ғаилә — ил терәге22.11.2012
Имен ғаилә — ил терәгеҠалабыҙҙа Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арналған “Йәш ғаилә” конкурсы үтте. Сара хакимиәттең йәштәр эштәре буйынса комитеты тарафынан ойошторолдо.

— Был бәйге ғаиләләргә үҙ һәләтен күрһәтеү, милли йолаларҙы тергеҙеү мөмкинлеген бирә, — тине, сараны асып, ҡала хакимиәте башлығы Фәрит Ғилманов.
Әйткәндәй, күптән түгел Салауатта йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн федераль бюджеттан һәм республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 15 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Сиратта торған йәнә 30 йәш пар торлаҡ сертификаты алған.
— Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ. Төҙөүселәр урамындағы социаль йорттан фатир һайланыҡ та инде. Оҙаҡ йылдар дөйөм ятаҡта йәшәгәйнек, — ти ике малай үҫтергән Аҡсуриндар ғаиләһе.
“Тамашасы һөйөүе” номинацияһында Ғәлләмовтар еңде. “Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған өсөн” номинацияһында — Ихсановтар, “Алтын ҡуллы ғаилә”лә — Арыҫлановтар, “Ижад һәм өмөтлө ҡараш”та Собханғоловтар бүләкләнде.
Республика кимәлендәге конкурста Салауат данын Ғәлләмовтар яҡланы. Лилиана менән Рөстәмдең ғаилә ҡороуына — һигеҙ йыл. Хужабикә — “Йәшлек” балалар һәм үҫмерҙәр үҙәгендә, ә ғаилә башлығы автотранспорт предприятиеһында эшләй. Ҡыҙҙары Камилла бейеү менән мауыға. “Ғаиләбеҙҙең үҙ йолалары бар, бер-беребеҙҙе хөрмәт итеп йәшәйбеҙ. Берҙәм, татыу булғанға ауырлыҡтарҙы еңеүе бер ни тормай”, — ти улар.
Рима ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВА.
Салауат ҡалаһы.


Вернуться назад