113-сө һөнәрселек училищеһында тәрбиәсе булып эшләгән Эмиль Хәйрисламов — ҙур маҡсат менән йәшәгән йәштәрҙең береһе. Ул Малаяҙ башҡорт гимназияһын, Стәрлетамаҡ педагогия колледжын тамамлаған, бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ситтән тороп уҡый.
Бер нисә йыл Балалар ижады йортонда туризм буйынса белгес булып эшләп ала Эмиль. Йәй көндәрендә ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарында вожатый, тәрбиәсе вазифаһын башҡара. Училищела ла оҡшай уға. Кадет корпусы тәрбиәсеһе булараҡ, уҡыусылар менән хәрби-ватансылыҡ темаһына әңгәмәләр үткәрә, мауыҡтырғыс саралар ойоштора.
— Балалар күңелендә яҡшы сифаттар тәрбиәләү, училище тормошон йәнләндереү маҡсатында тәрбиәселәр диспут, викторина, кисәләрҙе, фәһемле әңгәмәләрҙе йыш уҙғара. Улар йәнле, ҡыҙыҡлы үтә. Ятаҡта йәшәгән йылдары уҡыусыларҙың хәтерендә матур бер мәл булып ҡалһын ине, — ти Эмиль Марат улы.
Егет буш ваҡытында тәбиғәт ҡосағына сәйәхәт ҡылырға ярата. Еребеҙҙең матурлығын күреү, тойоу күңелдәрҙе сафландыра, ти ул.
Ирина НУРИЕВА.
Салауат районы.