Күкрәк тулы орден һәм миҙал таҡҡан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һоҡланмау мөмкин түгел. Илебеҙ тыныслығы өсөн үҙен аямаған арыҫландар алдында беҙ мәңге бурыслы. Тап шул ниәттән айырым кешеләрҙең тырышлығы менән “Улар Еңеү менән ҡайтты” китабы донъя күрҙе. Әммә унда ҡәҙерле кешеңдең исем-фамилияһын тапмау бик үкенесле, йөрәкте һыҡрата.
Атайым Абдулхаҡ Һаҙый улы Һаҙыевтың исеме лә баҫмаға инмәй ҡалған. 40 йәшендә һуғышҡа алынып, атайым уҡсылар полкы составында ҙур хәрби юл үтә. Ржев ҡалаһы өсөн алыштарҙа ике тапҡыр яралана. Харьков ҡалаһы өсөн һуғышта ҡыйыулыҡ күрһәтә, шуның өсөн СССР Юғары баш командующийы бойороғо менән рәхмәт белдерелә. Артабан атайым “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалына лайыҡ була (уның ҡиммәте дәүләт тарафынан орденға тиңләштерелгән). Йәнә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Белградты азат иткән өсөн”, “Будапештты алған өсөн”, “Венаны алған өсөн”, “Праганы азат иткән өсөн”, “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән наградлана ул.
Советтар Союзы маршалы Р. Малиновский командалығындағы Байкал аръяғы фронтының 1028-се артиллерия полкы составында атайым милитаристик Япония армияһын ҡыйратыуҙа ҡатнаша, “Японияны еңгән өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
1945 йылдың көҙөндә һуғыштан ҡайтып, ни бары дүрт йыл ғына йәшәй алды атайым. Ҡыҙылармеец кенәгәһе, хәрби наградалары, рәхмәт хаттары уның тураһында һөйләгән ҡиммәтле ҡомартҡы булараҡ һаҡлана. Әсәйебеҙ Зәйтүнә Саҙретдин ҡыҙы вафат булғас, беҙ уларҙы ете бала араһынан иң кесе туғаныбыҙға ышанып тапшырҙыҡ.
Бына ошондай булған атайыбыҙ — Тыуған илде фашизмдан азат итеүсе яугир. Әммә ике һуғыштан еңеү менән ҡайтҡан кесе сержантты хәтер китабына индерергә “онотоуҙары” ғәжәп. Шулай уҡ Таһир Исхаҡов, Хәкимйән Хужин, Закир Шәфиев, Әсбап Асбағанов (Үрге Ҡыйғы ауылы), Хафиз Харисов (Сирбай ауылы), Хәбибрахман Кирханов (Йыланлы ауылы) кеүектәрҙең дә исеме инмәй ҡалған. Райондың башҡа ауыл биләмәләренән дә яугирҙәрҙең китаптан төшөп ҡалыуы мөмкин.
А. ҺАҘЫЕВ.
Үрге Ҡыйғы ауылы.