Кеше ниндәй генә муллыҡта йәшәмәһен, уға барыбер рухи аҙыҡ кәрәк. Ауыр һуғыш йылдарында ла, унан һуңғы етешһеҙ тормошта ла эштә арып-талсыҡҡан халыҡ йыр-бейеүгә, киске уйынға сыҡҡан. Әле лә мәҙәни сараларға ауыл халҡы әүҙем йөрөй.
Көндәлек тормош мәшәҡәттәренән һуң бер аҙ ял итеп алырға, радио-телевизор ҡарарға ла, гәзит-журнал уҡырға ла ваҡыт табырға тырышабыҙ. “Байыҡ” телевизион тапшырыуына бер кем дә битараф түгелдер тип уйлайым. Төрлө тарафтан бар эшен ташлап, йыр-бейеү сәнғәтен хөрмәтләп, конкурсҡа килергә йөрьәт иткәндәрҙе хупларға ғына ҡала.
Әммә жюри ағзаларының уларға ҡарата һаҡһыҙ ҡыланышы аптырата.
“Мин бейеү күрмәнем. Бейеү булманы”, — тиеүҙәре башҡарыусының ғына түгел, күңел биреп ҡарап ултырыусының да кәйефен ҡыралыр, моғайын. Проект авторына афариндан башҡа һүҙ юҡ. Барыһының да күңелен күтәреп, дәрт-ҡеүәт өҫтәп, йылы тәьҫир ҡалдыра ул. Бейеүҙе сәхнәгә ҡуйыусының да йөҙөн йыртмаҫҡа тырышырға кәрәктер.
Кешеләрҙең етешһеҙ яҡтарын күргәндә кинәйәләп һөйләү алымы бик ҡулай. Аҡыллы ҡәйнәләр, тәжрибәле уҡытыусылар был ысулды оҫта файҙалана. Таҡмаҡ, әйтем, мәҡәлдәр менән һөйләү ҙә отошло.
Тел тупаҫлығынан әллә күпме зыян күреп, рухи төшөнкөлөккә бирелергә мөмкин. Бер-беребеҙ менән һөйләшкәндә яғымлы, йомшаҡ телле булыу зарурҙыр.
Флүрә ХӘЛИЛОВА.
Ғафури районы.