Октябрҙә редакция почтаһына 200-ҙән ашыу хат килде. Бер өлөшө гәзиттә донъя күрһә, икенселәре үҙ сиратын көтә, ярҙам һорап яҙылғандары сара күреү өсөн тейешле ойошмаларға ебәрелде.
Әүәл-әүәлдән халҡыбыҙ үҙен борсоған, йөрәген һыҙлатҡан мәсьәләләр хаҡында бер ҡорға йыйылып фекер алышҡан, уны хәл итеү юлын эҙләгән. Бөгөн уҡыусыларыбыҙҙың үтенес менән, кәңәш һорап гәзиткә хат юллауы һис ғәжәп түгел.
Үтә ҡатмарлы йылдарҙа барлыҡҡа килгән “Башҡортостан” һәр саҡ үҙ йүнәлешенә тоғро ҡала. Гәзитебеҙгә килгән хаттар ҙа ошоға дәлил. Сибайҙан Л. Ишмырҙина “Халыҡ тауышы” рубрикаһында баҫылған мәҡәләләрҙең һөҙөмтәһе хаҡында ҡыуанып яҙа: “Ҡалабыҙҙағы балалар театрын ябыу хаҡында күп һөйләнеләр. Тап шундай киҫкен ваҡытта гәзиттә бер төркөм күренекле шәхестең “Сулпан”ды болот сорнай” тигән шәп мәҡәләһе донъя күреүе күңелдәребеҙгә өмөт сатҡыһы өҫтәне. Ошо көндәрҙә ҡыуаныслы хәбәр ишеттек: театрыбыҙҙы япмаясаҡтар. Тимәк, бынан һуң да “Сулпан”, ҡалабыҙҙың йәме булып, балаларыбыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәребеҙҙең күңелен байытасаҡ әле. Бында яратҡан баҫмабыҙҙың ярҙамы тос булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Рәхмәт һеҙгә!”
Батырыбыҙ Салауат Юлаевтың ҡайҙа тыуғанлығы хаҡында бәхәс әленән-әле ҡабатлана. Ошо йәһәттән Халыҡ-ара информатика академияһы академигы Раян Вахитовтың “Мәғәнәһеҙ бәхәс” тигән мәҡәләһен уҡыусылар йылы ҡабул иткән. “Финанс ғилеме”, “Юрист кәңәштәре” рубрикаларында сыҡҡан яҙмалар бик кәрәкле” , – тип яҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Рамаҙан Килдеғошов. Өфөнән Флорида Закирйәнова 18-се ҡала дауаханаһы табибы Ирина Кругловаға, шәфҡәт туташтарына гәзит аша рәхмәт әйтә. “Ауыр хәлдә дауаханаға килеп эләктем, уларҙың тылсымлы ҡулдары мине үлемдән йолоп алып ҡалды”, – тип яҙа ул.
“Һуңғы ваҡытта “Аҡмулла” ҡушымтаһы уҡымлылығы менән һөйөндөрә. Уны гәзит дуҫтары көтөп ала, яратып уҡый”, – ти Өфөнән Илдар Ғәбитов.
Был айҙа ла Марсель Ҡотлоғәлләмов, Самат Ғәлиуллин, Ризван Хажиев, Рафаэль Аҙнағолов, Фәнзил Санъяров, Фәниҙә Исхаҡова, Рима Ҡотлоғәлләмова, Мәрйәм Бураҡаева, Ләлә Бейешеваларҙың ҡыйыу сығыштары, ил, донъя хаҡында уйланыуҙары баҫмабыҙҙы байытты.
Йыл тамамланырға аҙ ғына ваҡыт ҡала. Гәзитебеҙҙә барған “Районымдың ете мөғжизәһе”, “Ватан тарихы – халҡыбыҙ яҙмышы”, “Минең өләсәйем“, ”Ҡәләмгир” конкурстары декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Һеҙҙән фәһемле, бай йөкмәткеле хаттар көтәбеҙ.
Венер ИСХАҠОВ.